газета "Салауат"
+31 °С
Облачно
Көнүҙәк
17 Июля , 11:25

Башҡортостанда авария арҡаһында нефть продукттары түгелә

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 17 июлдә «М-5» автомобиль юлының 1451-се саҡрымында юлдаш йүнәлештә хәрәкәт иткән «Скания» һәм «Ситрак» йөк автомобилдәре бәрелешә. Бәхеткә, аварияла бер кем дә һәләк булмай һәм зыян күрмәй, әммә юлға нефть продукттары түгелә.

Башҡортостанда авария арҡаһында нефть продукттары түгеләБашҡортостанда авария арҡаһында нефть продукттары түгелә
Башҡортостанда авария арҡаһында нефть продукттары түгелә

- Әлеге ваҡытта нефть продукттарын йыйыу буйынса бөтә саралар ҙа күрелә, - тип хәбәр итәләр төбәктең дәүләт автоинспекцияһында - юлдың был участкаһында транспорт саралары хәрәкәте өсөн ҡыйынлыҡтар юҡ.
Фото Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас