газета "Салауат"
+19 °С
Облачно
Көнүҙәк
10 Июля , 09:25

Мөхәббәт яҙмышты бәйләне

Ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап уҙғарылған сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Азамат Муллашев һөйгән ҡыҙы Розалияға тәҡдим яһаны.

Мөхәббәт яҙмышты бәйләнеМөхәббәт яҙмышты бәйләне
Мөхәббәт яҙмышты бәйләне

Бөтә халыҡ алдында яңғыраған «Ризамын!» тигән һүҙҙәр мөхәббәттең һәр ваҡыт еңеүен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

- Әле тормошомда яңы бит асыла. Һәм был бит тулы булһын өсөн, янымда мөһим тағы бер яҡын кеше кәрәк. Розалия, зинһар, кил әле бында, - тине Азамат үҙенең һөйгәнен байрамдың төп сәхнәһенә саҡырып. - Минең һиңә бер генә һорауым бар, матурым. Һин минең ҡатыным булырға ризаһыңмы? - тине ул.

Розалияның бөтә халыҡ алдында яңғыраған «Ризамын!» тигән һүҙҙәр мөхәббәттең һәр ваҡыт еңеүен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Азамат Муллашев махсус хәрби операцияла фельдшер булып хеҙмәт итә -ундағы һәр көн сыҙамлылыҡҡа һынау була. Уның профессиональ оҫталығы һәм ҡыйыулылығы күп тапҡыр яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡараа, уларҙың береһен ул ул үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплай. Ул ауыр яралана һәм аяғының бер өлөшөн юғалта, әммә ошондай аҙымға барыуына бер ҙә үкенмәй.

Мөхәббәт яҙмышты бәйләне
Мөхәббәт яҙмышты бәйләне
Автор:Дина Галеева
Читайте нас