газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Көнүҙәк
2 Июнь , 03:51

Хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары

1 июндә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» полкының реактив-артиллерия батареяһы командиры Александр Козоноговҡа – Салауат Юлаев орденын, Рәсәй Тәфтиш комитетының хәрби тәфтиш бүлеге дознавателе Сергей Евстафьевҡа Шайморатов орденын тапшырҙы.

Хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградаларыХәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары
Хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары

Төбәк етәксеһе уларға хәрби хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Бөтә яугирҙарыбыҙға һеҙҙең менән ғорурланыуыбыҙҙы еткерергә теләйем, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Егеттәребеҙгә күпме кәрәк, шул тиклем ярҙам итәсәкбеҙ. Ә әлегә һеҙҙең именлегегеҙҙе тәьмин итеүсе һәм ғүмерҙәрегеҙҙе һаҡлап ҡалыусы гуманитар ылауҙар оҙатыу талап ителә, һәм беҙ быны эшләйәсәкбеҙ. Барығыҙға ла оло ихтирам менән.
Автор:
Читайте нас