

Мутлашыусылар абонент номерҙарын автоматлаштырылған система менән үҙгәртә, шуға күрә бер үк кеше төрлө номерҙарҙан шылтыратыуы ихтимал. Телефон экранында күрһәтелгән номер ысынбарлыҡтағы шылтыратыусының номерына тап килмәҫкә мөмкин. Бының өсөн махсус программалар ҡулланыла, улар ярҙамында теләһә ниндәй номерҙы күрһәтергә була. Сит номерҙаға кире шылтыратырға ярамай. Мәғлүмәтте тикшереү йәки асыҡлау өсөн дәүләт органдарының һәм банкыларҙың рәсми сайттарында күрһәтелгән номерҙарҙы үҙегеҙ йыйығыҙ.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары телефон аша ла, шәхси осрашыу ваҡытында ла аҡса күсереүҙе талап итмәй. Әгәр «хоҡуҡ һаҡсылары» исеменән аҡса күсереүҙе йәки «ярҙам итеү» маҡсатында иҫәпкә аҡса һалыуҙы һорай икән - был мутлашыу. Был турала мотлаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ.
Мутлашыусылар, үҙҙәрен тикшереүсе йәки башҡа дәүләт органы хеҙмәткәре тип таныштырып, ялған «документтар» ебәрә һәм аҡса күсереүҙе талап итә. Ғәҙәттә, улар адрес буйынса мәғлүмәтте асыҡ сығанаҡтарҙан ала. Ошондай хәл була ҡалһа, кисекмәҫтән дәүләт органдарының йәки банкыларҙың рәсми сайттарында күрһәтелгән телефондарға шылтыратығыҙ.
Әгәр зыян күреүсе мутлашыусыға үҙе дәүләт органдарына йәки банкыларға шылтырасағы тураһында әйтһә, мутлашыусылар уға янау, ялған мәғлүмәт менән баҫым яһарға тырыша. Уларҙың баҫымына бирелмәгеҙ, күрһәтелгән иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ. Бындай факттар тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына шәхсән хәбәр итегеҙ.
Әгәр шылтыратыусы үҙен хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре тип таныштырһа, уның белдереүен «ҡыҙыу линия» телефондары буйынса тикшерегеҙ, Федераль именлек хеҙмәтенән тиһәләр - төбәк идаралығының рәсми сайтында күрһәтелгән телефондарға йәки Башҡортостан буйынса Федераль именлек хеҙмәте идаралығының ышаныс телефонына шылтыратығыҙ: +7 (347) 273-73-72.