Көнүҙәк
20 Мая , 11:35

Намыҫлы таксист

Салауатта таксист пенсионерҙың аҡсаһын мутлашыусыларҙан һаҡлап алып ҡала.

Намыҫлы таксистНамыҫлы таксист
Намыҫлы таксист

Таксист ғәҙәти заказ ала - Өфөгә посылка илтергә. Тик тулҡынланған оло йәштәге ирҙең ҡулындағы сумка унда шик уята. Таксист уның эсендә нимә ятҡанын ҡарарға була һәм 285 мең һум һәм 96 доллар булыуын күрә. Нимәлер һиҙенеп, ир сумканы полицияға алып килә.
Асыҡланыуынса, пенсионерға өй телефонына билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен тәфтишсе тип таныштыра һәм уның ҡыҙы ҙур аварияға сәбәпсе булғанын, енәйәт эше асмаҫ өсөн зыян күреүселәргә миллион һум самаһы аҡсаны курьер аша тапшырырға кәрәклеген әйтә. Шунан «тәфтишсе» трубканы «ҡыҙына» бирә. Илай-илай һөйләшкән ҡатын-ҡыҙ тауышы пенсионерҙың шик-шөбһәләрен арттыра ғына. Пенсионер күршеләренән 210 мең һум бурысҡа ала, 50 меңде банкоматтан сығара, өйөндә булған аҡсаһын да өҫтәй. Өҫтәүенә, машина һатып алам тигән булып, банк аша 639 мең һум аҡсаға заказ бирә, уны яҡын арала бирергә тейеш булалар.
Кисен такси килә. Ир өндәшмәй генә сумканы багажникка һала ла, өйөнә инеп китә. Шунан, телефон аша бирелгән күрһәтмәгә ярашлы, бер ҡунаҡханаға урынлаша. Намыҫлы таксист бүлеккә сумка менән килеп, шикле заказ тураһында хәбәр иткәс, полиция шунда барып таба ла инде уны.
Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмағандарҙың үтенестәрен үтәргә ашыҡмағыҙ.️ Һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ, унан туғандарығыҙға үҙегеҙ шылтыратығыҙ. Яуап бирмәһәләр, уларҙың коллегалары йәки дуҫтары менән бәйләнешкә сығығыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, тик мутлашыусылар ғына аҡсаны күрһәтелгән адреска илтергә йәки курьер, таксист аша тапшырырға ҡуша.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас