газета "Салауат"
+15 °С
Облачно
Көнүҙәк
15 Мая , 09:54

Салауатта пенсионерҙы нисек алдағандар?

Салауат ҡалаһынан 66 йәшлек ир полицияға мөрәжәғәт итә. Ул 15 апрелдән 7 майға тиклем үҙенең 21 миллион 981 мең һум аҡсаһын мутлашыусыларға тапшырған. Ошо факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Салауатта пенсионерҙы нисек алдағандар?Салауатта пенсионерҙы нисек алдағандар?
Салауатта пенсионерҙы нисек алдағандар?


Мутлашыусылар быға тиклемге кеүек үк, пенсионерға пенсия фонды, күп функциялы үҙәк, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыратҡан. Тәүҙә пенсияны яңынан иҫәпләү, ә аҙаҡ сит илгә аҡса күсереүҙе «терроризмды финанслау» тип ялғанлап, ирҙе бар аҡсаһын алырға мәжбүр иткән. Банкта эшләүселәр уның ни өсөн ҙур суммала аҡса алыуы менән ҡыҙыҡһынғас, ул фатир һатып алырға йыйыныуын әйткән. 21 апрелдә кис тәүге курьерға ул 5 миллион һум тапшырған, ә 7 майҙа икенсе курьерға ҡалған 16 миллиондан ашыу аҡсаны биргән.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: дәүләт учреждениелары, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла граждандарға аҡсаларын курьерға тапшырырға йәки «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә ҡушмай! Әгәр ҙә һеҙгә енәйәт эше асылыуы, терроризмды финанслау йәки аҡсаларҙы «декларациялау» тураһында хәбәр итәләр икән - был мутлашыусылар. Шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм ойошмаға рәсми номер буйынса шылтыратып белешегеҙ.
Тағы ла бер мөһим әйбер: курьер - бергә енәйәттә ҡатнашыусы булып тора һәм уға 10 йылғаса иректән мәхрүм итеү янай. Бынан тыш, суд ҡарары менән уға зыян күреүселәргә зыянды ҡаплау бурысы йөкмәтеләсәк.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас