

- Улым махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән китте. Беҙ ҡаршы булдыҡ, әммә ул: «Был - минең бурысым. Мин тере ҡайтасаҡмын! Һеҙ минең менән ғорурланырға тейеш, ә шул әрләйһегеҙ», - тине.
2025 йылдың ғинуарында китте, ә шул уҡ йылдың февралендә һәләк булды. Уны августа ғына тыуған еренә алып ҡайтып ерләй алдыҡ. Уға 44 кенә йәш ине. Роберттың ҡыҙы һәм улы ҡалды, ҡыҙыбыҙ бар. Шулар өсөн йәшәргә тырышабыҙ. Ураҙа ваҡытында әлеге ваҡытта яу яланында алышҡан бөтә яугирҙарҙың иҫән-һау булыуҙарын, йорттарына имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләп доғалар ҡылдым. Бөгөн Робертҡа үлгәндән һуң миҙал тапшырылды. Бының өсөн ҡала хакимиәтенә һәм мәсеткә рәхмәт, «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды ла ярҙамынан ҡалдырмай, - тип һөйләне яугирҙың әсәһе Рәйсә Йәнгилдина.