газета "Салауат"
+18 °С
Болотло
Көнүҙәк
4 Май , 06:25

Батырлыҡ ордендары - яугирҙарҙың яҡындарына

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм фиҙаҡәрлектәре өсөн Салауат ҡалаһынан дүрт яугир - Альберт Хәйретдинов, Юрий Савин, Валерий Кузнецов һәм Рим Хөсәйенов Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнде. Тик үкенескә күрә, улар был юғары наградаларҙы үлгәндән һуң ғына алдылар.

Батырлыҡ ордендары - яугирҙарҙың яҡындарынаБатырлыҡ ордендары - яугирҙарҙың яҡындарына
Батырлыҡ ордендары - яугирҙарҙың яҡындарына

Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин һуғышта һәләк булған геройҙарҙың наградаларын туғандарына тапшырҙы.
Рядовой Альберт Хәйретдиновтың Батырлыҡ орденын әсәһе Венера Мөхәмәтдинова, рядовой Юрий Савиндыҡын ҡатыны Екатерина Лазарева, кесе сержант Валерий  Кузнецовтыҡың ҡатыны Алевтина Кузнецова, рядовой Рим Хөсәйеновтыҡын ҡатыны Гөлфиә Хөсәйенова алды. 

- Һеҙҙең ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Көс һәм сабырлыҡ теләйем. Ысын ир-егеттәр, Ватан геройҙары өсөн рәхмәт, - тине  Марат Зәһиҙуллин, ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итеп.
Шулай уҡ, ҡала башлығы геройҙарҙың исемдәрен мәңге иҫтә тотасаҡтарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәктәренә вәғәҙә бирҙе. 

Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас