

Аяныслы ваҡиғалар уртаһына эләккәндә уға ни бары егерме биш йәш була.
-1986 йылдың авгусы. Ағиҙел ҡалаһында Башҡортостан АЭС-ын төҙөп йөрөгән саҡ. Мин автоколоннаның өлкән механигы булып эшләйем. Бер мәл беҙгә: «Һеҙгә йыйынырға ике сәғәт ваҡыт. Артыҡ һорауҙар бирмәгеҙ», - тинеләр. Беҙгә, ун водителдән торған командаға, Чернобылдәге фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә ебәреүҙәре тураһында бойороҡ бирелде. Барғанда юл оҙон, ҡатмарлы булды. 30 километрлыҡ зонаға еткәс, беҙҙе тынлыҡ ҡаршыланы, ундағы еҫ тә үҙенсәлекле ине. Шуныһы яҡшы иҫтә ҡалған, юл буйында торған мәңге йәшел ҡарағайҙар ҙа ғәҙәти булмаған сағыу ҡыҙыл төҫкә мансылғайны. Радиацияағастарҙың төҫөн үҙгәрткән, һәр ерҙә күренмәгән үлемһағалай, - тип иҫенә төшөрә алыҫ йылдарҙы Марат Ғәли улы.
Унда Марат Ғариповты төҙөлөш идаралығының автотранспорт буйынса файҙаланыу начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Улар алдында саркофаг төҙөү өсөн кәрәкле бөтә нимә менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү бурсы тора.
- Егеттәр төрлө йәштә - егерме ике йәштән ҡырҡ бишкә тиклем. Мин уларҙың һәр береһе өсөн бик борсолдом. Ҡайһы берҙәре һуңынан: «Марат, һин беҙгә атайыбыҙ кеүек», - тинеләр. Радиация дозаһын баһалау өсөн беҙгә махсус приборҙар бирҙеләр. Сменалап, алһыҙ-ялһыҙ эшләнек. Иң мөһиме, бында рухи яҡтан ныҡ, сыҙам булыу талап ителде, - ти Марат Ғәли улы. - Бер көндө төшкө аш ваҡытында үҙенсәлекле осраҡтың шаһиты булдым. Бер иптәшебеҙ алманы өҙҙө, уны яҡшы итеп йыуҙы, прибор норманы күрһәтте. Әммә емеште киҫкәс, эсе тулыһынса зарарланған булыуы асыҡланды. Шулай итеп, күренмәгән хәүефтең нимә икәнен практикала аңларға өйрәндек. Беҙ хәлдән тайғансы эшләнек. Ситләтелгән зонала саркофаг төҙөнөк, емерелгән дүртенсе блоктағы стеналар аҫтына бетон ташыныҡ. Мин техника өсөн дә, кешеләр өсөн дә яуаплы инем. Һәр көн - кәңәшмәләр, отчеттар, сикһеҙ ығы-зығы. Буш торған училищеның ике корпусы араһындағы коридорҙарҙа көн иттек, ауыр сменанан ҡайтып ауа инек. Әммә бер кем дә зарланманы, сөнки беҙҙең артта тотош ил тороуын белдек, беҙ булмаһаҡ, кем һуң? Ингән ерҙә приборҙар менән аяҡ кейемебеҙҙе радиоактив саң булыу-булмауға тикшерҙеләр, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашыуын дауам итә Марат ағай.
Марат Ғариповтың командировкаһы аҙағындағы бер хәл ғүмергә хәтерендә ҡала:
- Эшселәр шартламаған снарядҡа тап була, тиҙ генә саперҙарҙы саҡырттыҡ. Һуғыш бында ҡырҡынсы йылдарҙа үтә, әммә уның шаңдауы һаман ҡалған була. Шул саҡта мин үткәндәр һәм бөгөнгөнөң бергә үрелеп барыуын аңланым. Улар хәүефле зонала 8августан 27-һенә тиклем эшләй. Ошо ваҡыт эсендә уларҙың төркөмөн ике тапҡыр рәхмәт хаттары менән билдәләйҙәр. Әммә төп награда, үҙе әйтеүенсә, саркофагты төҙөү һәм һынауҙарға бирешмәү була.
Чернобылдән һуң Марат Ғариповтың тормошонда яңы этап башлана - бер йылдан һуң ул дәүләт именлеге органдарына хеҙмәткә саҡырыла. Ул был эшкә егерме йыл ғүмерен бағышлай. 1993 йылда йүнәлтмә буйынса Салауат ҡалаһына килә, урындағы федераль хеҙмәт именлеге идаралығында хеҙмәтен дауам итә.
- Нәҫелебеҙҙә хәрбиҙәр күп: олатайым һуғышта ҡатнаша, уның бер туған ҡустыһы ғүмер буйы дәүләт именлеге комитетында эшләй, ә икенсе ҡустыһы летчик була, - ти ул. - Күп наградаларым бар. Әммә минең өсөн иң мөһиме - балаларыма бурыстың нимә икәнлеген аңлата алдым. Кесе улым Линар бәләкәйҙән минең һөйләгәндәремде тыңлап үҫте, йыш ҡына һорауҙар бирә ине. Мин уны бер нимәгә лә өгөтләмәнем, ваҡыты еткәс, ул да хәрби булырға ҡарар итте: офицер, гвардия лейтенанты ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булды. Был - минең өсөн оло юғалтыу, шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ та. Мин бөйөк ҡиммәттәребеҙҙең юҡҡа сыҡмауын, ә башҡа быуындарҙа йәшәүен күрҙем, - тине Марат Ғарипов.
Әле Марат Ғәли улы «Чернобыль» союзы» йәмәғәт ойошмаһында эшләүен дауам итә, йәштәр менән осраша һәм был һәләкәт тураһында дөрөҫөн һөйләй. Уларға мөрәжәғәт итеп:
- Һеҙ имен мөхиттә йәшәйһегеҙ, әммә ул үҙенән-үҙе килмәгән. Ул - бынан алда йәшәгән быуындарҙың тырышлығы, фиҙаҡәрлеге хаҡы, ҡайһы саҡта ҡорбандар менән яуланған. Алдығыҙҙа гел һайлау буласаҡ: күрмәмешкә һалышырғамы әллә яуаплылыҡ алырғамы? Шуны онотмағыҙ: илдең киләсәге - һеҙҙең ҡулда. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, белем алыуға ынтылығыҙ, ысын кешеләр булып ҡалырға тырышығыҙ. Әгәр яҙмыш ауыр һынауҙарға саҡырһа, был ерҙең һәр ваҡыт яҡлаусылары барлығын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Мин үҙ юлымды үттем, һәм һәр берегеҙҙең үҙ һуҡмағын намыҫ һәм ғорурлыҡ менән үтергә һәләтле булыуына ышанам.