газета "Салауат"
+15 °С
Облачно
Көнүҙәк
27 Апреля , 05:35

«Еңеү бер ваҡытта ла еңел бирелмәй»

Шундай фекерҙә «Еңеү диктанты»н да ҡатнашыусы махсус хәрби операция ветераны Руслан Айытбаев.

«Еңеү бер ваҡытта ла еңел бирелмәй»«Еңеү бер ваҡытта ла еңел бирелмәй»
«Еңеү бер ваҡытта ла еңел бирелмәй»

- Был акцияны үтә мөһим сара, тип иҫәпләйем, ата-бабаларыбыҙға Еңеү еңел бирелмәгән, һәм беҙ быны иҫтә тоторға тейеш. Ғөмүмән, Еңеү бер ваҡытта ла еңел бирелмәй. Бының өсөн берҙәм, бергә булырға, көстәрҙе тупларға тейешбеҙ - тине ул. - Диктантта 25 һорау булды, дөрөҫөн әйткәндә, ауырлыҡ менән башҡарып сыҡтым. Бер нисә һорауға яуап бирә алманым. Тимәк, тарихты нығыраҡ өйрәнергә кәрәк. 2024 йылда контрактҡа ҡул ҡуйып, махсус операция биләмәһенә юлландым, десант-штурмлау бригадаһына эләктем. Бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң яраландым, дауаханала яттым, һуңынан хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылдым. Ҡарт олатайым Әкрәм Исмәғил улы Ирназаров Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Штутгартҡа тиклем барып еткән. Ул һуғышҡа 17 йәшендә үҙ теләге менән китә. Хатта Еңеүҙән һуң да ул тағы 5-6 йыл Украинала ҡалған нацист формированиелары менән көрәш алып бара. Патриотизм һәм хәрби рух беҙҙең ҡанда бар - ике туған ағайҙарым да әле контракт буйынса хеҙмәт итә.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас