Көнүҙәк
15 Апреля , 12:22

Тыуған илен ҡыйыу яҡлаған яугир

Өфө ҡалаһынан махсус хәрби операция яугиры Вадим Бикмурзин юғары наградаға - Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының «Иман һәм намыҫ өсөн» орденына лайыҡ булды.

Тыуған илен ҡыйыу яҡлаған яугирТыуған илен ҡыйыу яҡлаған яугир
Тыуған илен ҡыйыу яҡлаған яугир

Вадим 2024 йылда контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Дрон һөжүме  ваҡытында ул ҡаты яраланып, көскә иҫән ҡала: ярсыҡ үпкәһендә  һәм умыртҡа һөйәктәре араһында ҡалған. Был ярсыҡтарҙы сығарып
булмай, хәҙер ул уның менән ғүмер буйы ҡаласаҡ.
- Алғы һыҙыҡта доғалар миңә һәр ваҡыт ярҙам итте. Мөмкинлек булғанда намаҙ ҙа уҡыным. Был ҡатмарлы шарттарҙа  Аллаһы Тәғәләгә һыйыныу, уға мөрәжәғәт итеү сыҙамлыҡ бирҙе һәм күңел тысынлығын һаҡларға ярҙам итте, - тип уртаҡлашты яугир.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас