

«Эльбрус» позывнойлы яугир менән бер ялға ҡайтҡанында аралашҡайныҡ. Бөгөн ул яңы һөнәре буйынса хеҙмәтен дауам итә, ул хәҙер - пилотһыҙ осоу аппараты операторы.
- Уҡыу бер ай дауам итте. Махсус хәрби операция биләмәһендә пилотһыҙ аппараттарҙың бөтә төрҙәре ҡулланыла. Идара итеү - еңел эш түгел. Бөтә күрһәткестәрҙе лә, йыһан карабы кеүек, иғтибар менән күҙәтергә кәрәк. Параллель рәүештә, үҙеңдекеләр һөжүм итмәһен өсөн, актуаль координаталарҙы хәбәр итергә һәм ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә. Был бөтә нимәне бер юлы башҡарырға кәрәк, тигәнде аңлата.
Яугир билдәләүенсә, уларҙың подразделениеһында Салауаттан егеттәр күп.
- Беҙҙең подразделениела Салауаттан һәм Башҡортостандың башҡа ҡалаларынан егеттәр күп. Гуманитар ылау беҙгә лә килеп етә. Ярҙам иткәндәрҙең һәр береһенә ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Изге ғәмәлдәрегеҙ беҙҙе рухландыра, ышаныс һәм көс өҫтәй, - ти ул.
Эльбрус ергә тыныслыҡ ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә:
- Махсус хәрби операциялағы ҡатмарлы бурыстарҙы үтәргә ғаиләмдең терәге ярҙам итә. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Беҙ тиҙ арала тыныслыҡ килеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.