газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Март , 15:57

Рәсәй ирекмәндәре

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам иткәне өсөн ҡаланың Йәмәғәт палатаһы ағзалары Зөлфиә Ишембәтоваға һәм Фруза Хәбибуллинаға «Рәсәй ирекмәненә» миҙалы тапшырылды.

Рәсәй ирекмәндәре
Рәсәй ирекмәндәре

- Ошо награданы алыу минең өсөн - ҙур хөрмәт. Был азатлыҡ, тыныслыҡ өсөн көрәшкәндәргә, Тыуған  илебеҙҙе яҡлаусыларға ярҙам итеүҙә минең ҡаҙаныштарымды ғына таныу түгел, ә изгелек ҡылған бөтә кешеләргә рәхмәт билдәһе ул.
Командабыҙҙың бөтә ағзалары: педагогтар, хеҙмәткәрҙәр, студенттар көн һайын яҡшы кешеләрҙең күберәк булыуын иҫбат итә. Был награда - беҙҙең дөйөм ҡаҙанышыбыҙ, - ти Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы директоры Зөлфиә Ишембәтова.
- Яу яланында Ватаныбыҙ мәнфәғәттәре өсөн көрәшеүсе егеттәребеҙгә ярҙам итеү ҙур әһәмиәткә эйә. Окоп шәмдәре, ҡоро душ эшләүҙә, маскировка селтәрҙәре үреүҙә беҙҙең студенттар, хеҙмәткәрҙәр әүҙем ҡатнаша. Ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәтлемен. Был миҙал  - дөйөм ғорурлығыбыҙ, студенттарыбыҙҙың күңел йомартлығын, уларҙың ярҙамсыллығын һәм әүҙем тормош позицияһын дәлилләй, - тип уртаҡлаша Йәмәғәт палатаһының һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, социаль сәйәсәт, ғаилә һәм балалыҡ  мәьсәләләре буйынса комиссия рәйесе, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының методик кабинет мөдире Фруза Хәбибуллина.

Рәсәй ирекмәндәре
Рәсәй ирекмәндәре
Автор: Дина Галеева
Читайте нас