«Смайл» 1991 йылда Салауат ҡалаһында тыуған, 2-се гимназияла белем алған, Салауат индустриаль колледжын тамамлаған.
- Күреү һәләте насар булғанға армияға алманылар, һуғараҡ операция яһаттым. Сәләмәтлек менән проблемалар булыуға ҡарамҫтан, 2024 йылдың аҙағында контракт төҙөп, яҡын дуҫымдың артынан махсус хәрби операция зонаһына йүнәлдем. Әле FPV операторы булып хеҙмәт итәм. Уҡыу ике ай самаһы дауам итте. Тәүҙә традицион радиоидара итеү сараларын ҡуллана инек, һуңынан оптик-сүс элемтә линиялары аша эшкә күстек. Оптика күпкә хәүефһеҙлекте арттыра: сигналды эләктереү еңелдән түгел, тимәк, дошманға беҙҙең ҡайҙа икәнлекте белеү ауырыраҡ, - тип һөйләй яугир. - Беҙҙең эштә иң мөһиме - ҡулдарҙың ваҡ моторикаһы үҫешкән булыуы. Һинең дөрөҫ һәм теүәл идара итеүеңә операцияның уңышы бәйле бәйле. Декабрҙә мин минала шартланым. Дошман «Баба-яга» пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында бөтә ерҙе дистанцион рәүештә миналай. Яныма беҙҙекеләрҙән ике егет килде, мылтыҡ менән мине ҡарауыллап янымдан барҙылар. Мин үксәгә баҫа ала инем, ә аяғымдың өҫкө өлөшө эшлектән сыҡҡайны. Шулай 15 километр йәйәү барҙыҡ, һуңынан квадроциклға күсеп ултырҙыҡ. Әммә кисеүгә барып еткәс, аптырашта ҡалдыҡ - күпер шартлатылған һәм ул һыу төбөнә киткән. Шул мәлдә минең «Булат» ҡоролмаһы FPV-дрондың беҙҙән алыҫ түгел икәнлекте күрһәтте. Яҡында ғына бәләкәй генә урман бар ине, йәшеренеү өсөн шунда йүгерҙек. Адреналин шул тиклем күп ине, хатта ауыртыуҙы ла тойманым, яраланмаған да кеүек инем. Һуңынан беҙҙе үҙебеҙҙекеләр хәүефһеҙ урынға сығарҙы, - тип һөйләй яугир.
Әле «Смайл» яраланғандан һуң реабилитациялана.