газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
19 Март , 11:54

Ҡала ташҡынды ҡаршыларға әҙер

Салауатта көстәрҙең һәм техниканың яҙғы ташҡынға әҙерлеген тикшерҙеләр.

Ҡала ташҡынды ҡаршыларға әҙер
Ҡала ташҡынды ҡаршыларға әҙер

Салауат ҡалаһы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы үткәргән Бөтә Рәсәй команда-штаб уҡыуҙарына ҡушылды. 11 мартта Тарихи-тыуған  яҡты өйрәнеү музейы янындағы майҙанда күнекмәләрҙең беренсе этабы - яҙғы ташҡын ваҡытында
ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә һәм бөтөрөүгә йәлеп ителәсәк көстәр һәм техникалар смотры үтте.
Ҡаланың оператив хеҙмәттәре һәм йәшәйеште тәьмин итеү ойошмаларының әҙерлеге тураһында ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллинға Граждандар оборонаһы эштәре Һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр  буйынса идаралыҡ начальнигы Радик Моратов хәбәр итте. Ул быйыл Ағиҙел йылғаһы яғынан ташҡындың көтөлмәүен билдәләне. Йылға ағымы буйынса өҫтәрәк урынлашҡан Нөгөш  һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстары әлеге ваҡытта һыу менән тулыһынса тулмаған.
- Әгәр ниндәйҙер аномалия булмаһа, ташҡынды тыныс үткәрергә тейешбеҙ, - тип асыҡлыҡ индерҙе Радик Моратов, ә һуңынан хәүеф тураһында хәбәр итте. - Ике аҙна элек ҡарҙың иреүенә ҡарап та шулай тип әйтергә була ине. Әммә һуңғы ике аҙнала һыуыҡтар ҙа булды, көслө ҡар яуҙы, был шарттарҙы үҙгәртеүе ихтимал. Ниндәй ҙә булһа проблемалар тыуыр, тип уйламайым - һыу баҫыуҙы көтмәйбеҙ. 2024 йылдағы ташҡын булмаҫҡа тейеш.
Смотрҙа предприятие һәм ойошмаларҙан 49 шәхси состав, 18 берәмек техника ҡатнашты. Махсус хеҙмәттәрҙе ҡарау Константин Щетинкин етәкләгән 36-сы  янғын һүндереү часынан башланды. Авария-ҡотҡарыу отрядының булған техникаһы тураһында тикшереүселәргә отряд начальнигы Сергей Огарков һөйләне. Смотр  полиция автомобилендә дауам итте - хоҡуҡ һаҡлау вәкилдәре паниканы булдырмаҫҡа һәм граждандарҙы эвакуациялағанда махсус хеҙмәттәргә ярҙам итәсәк.
Смотрҙа шулай уҡ Ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең Салауат подстанцияһы, «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең  Салауаттағы филиалының авария - ҡотҡарыу хеҙмәте, «АСТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡала электр селтәрҙәре, «БашРТС»-тың Салауат филиалы вәкилдәре ҡатнашты. «Флора» учреждениеһының көстәре һәм саралары ла күрһәтелде.Учреждение директоры Денис Иҙрисов һүҙҙәренсә, ташҡын ваҡытында 11
берәмек техника һәм 14 кеше йәлеп ителәсәк.
- Техника 100 процентҡа төҙөк. Шәхси составтың кәрәкле ҡорамалдары һәм шәхси һаҡланыу саралары бар, - тип билдәләне ул.
Смотр күрһәтеүенсә, ҡала хеҙмәттәре һәм йәшәйеште тәьмин итеү ойошмалары кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, техника төҙөк, хеҙмәткәрҙәр бөтә нимә менән  тәьмин ителгән, тимәк, Салауат ташҡынға әҙер.
- Быйылғы ташҡынға ҡаршы эштәргә йәлеп ителәсәк техниканы ҡараныҡ. Бөтә ҡотҡарыу командалары әҙер, техника етерлек. Ташҡынды еңеп сығырбыҙ тип уйлайым, - тип хәбәр  итте Марат Зәһиҙуллин. Салауатта Бөтә Рәсәй команда-штаб уҡыуҙары дауам ителә. - Тиҙҙән янғын хәүефе осорона әҙерлек башлана. Тәбиғәт янғындары янағанда ҡаланы, иҡтисади объекттарҙы  һәм социаль инфраструктураны һаҡлау буйынса сценарийҙарҙың төрлө варианттарын ҡараясаҡбыҙ. Был көсөргәнешле эш буласаҡ, - тип йомғаҡ яһаны Радик Моратов. 
Алена БИЗИКИНА фотолары.

Ҡала ташҡынды ҡаршыларға әҙер
Ҡала ташҡынды ҡаршыларға әҙер
Ҡала ташҡынды ҡаршыларға әҙер
Ҡала ташҡынды ҡаршыларға әҙер
Ҡала ташҡынды ҡаршыларға әҙер
Автор: Дина Галеева
Читайте нас