газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Март , 11:39

Кемдер - яуҙа, кемдер - тылда

Ҡаланың ветерандар советында беҙҙең ҡаланы төҙөгән һәм үҫешенә ҙур өлөш индергән хеҙмәтсәндәр, махсус хәрби операция зонаһында Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм уларҙың ҡатындары йыйылды. Уларҙың барыһын да яугирҙарға ярҙам йөҙөнән ойошторолған акция берләштерҙе.

Кемдер - яуҙа, кемдер - тылда
Кемдер - яуҙа, кемдер - тылда

Яугирҙарға тыуған яҡтың ярҙамы ни тиклем мөһим булыуы тураһында үҙе бер нисә тапҡыр махсус операция зонаһына гуманитар ярҙам алып барған ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Семен Евграфов һөйләне.
- Блиндаждарҙың бөтә стеналарына балаларҙың хаттары йәбештерелгән. Егеттәр уларҙы көн һайын уҡыуҙарын һөйләгәйне. Техника яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡарһа, салауаттарҙың үҙ ҡулдары менән эшләнгән әйберҙәре уларҙың күңелдәрен йылыта, - тине Семен Евграфов.
- Кемдер ойоҡбаштар бәйләй, кәнфит, быҡтырылған ит килтерә. Яугирҙарыбыҙ бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәһен өсөн бөтә  әйберҙәр һалалар. Фронтта окоп шәмдәре кәрәклеген беләбеҙ, 25 ҡап ебәрҙек, - ти ветерандар советы рәйесе
Суфия Етеханова.
Ҡаланың Йәмәғәт палатаһының хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы  мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Андрей Поляевҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерелде, ул гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашып ҡына ҡалмай, ә яугирҙарға юридик ярҙам да күрһәтә:
- Махсус операцияға бөтә Йәмәғәт палатаһы менән булышлыҡ итәбеҙ. Яугирҙарҙың ғаиләләре лә ярҙамға мохтаж. Мин үҙем - күп фатирлы йорт рәйесе. Ҡайһы саҡта махсус хәрби операцияға юлланыусылар үҙҙәренең ҡарары тураһында идара итеүсе компанияға хәбәр итмәй. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстар билдәле бер сумманан артҡанда, иҫәптәргә арест һалыу һәм башҡа процедуралар  башлана. Был проблеманы хәл итеү өсөн идара итеүсе компаниялар һәм яугирҙарҙың ғаиләләре менән эшләргә тура килә, - тине Андрей Поляев.
Осрашыу сәй табыны артында дауам итте. Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ағзалары фронт хәтирәләре менән уртаҡлашты. 
Был көндө Ассоциацияға яңы ағзаны ҡабул иттеләр, уға таныҡлыҡты «Рожок» позывнойлы махсус операция ветераны тапшырҙы.

Табип-кардиолог, клиник фармаколог Рәзим Мөхәмәтғарипов махсус операция башланғас, дөйөм эштән ситтә ҡала алмауын аңлай. Өс йыл элек, контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа юллана. Ветерандар советында осрашыуҙа Рәзим Мөхәмәтғарипов Запорожье өлкәһенең Токмак ҡалаһы районына командировкаға барғанда булған хәл тураһында һөйләне. Дошман дроны менән тәүге осрашыуын врач мәңгегә хәтерендә ҡалдыра:
- Урындағы водитель миңә: «Док, дрон оса», -ти. Ә минең уларҙы быға тиклем бер ҡасан да күргәнем булманы. Машинаны ҡалдырып, баҫыу аша ҙур торбаға йүгерҙек. Ҡурҡыуҙан водитель йңгерә алмай, мин уны ҡабаландырам. Бәхеткә, йәшеренеп өлгөрҙөк. Хәүеф үткәс, торбанан сығып, кире урынға ҡайтып, алға ҡуҙғалдыҡ. Водитель дә  өндәшмәй, мин дә шым ултырам. Был көндө мин ысын шок кисерҙем.
Суфия Етеханова ике махсус хәрби операция ветеранына һәм уларҙың ҡатындарына мөхәббәттә һәм  татыулыҡта оҙон ғүмер итеүҙәрен теләп, тыныслыҡ күгәрсене рәүешендәге сувенирҙар тапшырҙы.
Лилиә Һәм Эдуард Ғизәтуллиндар бүләкте йылы ҡабул итте.

- Электр селтәрҙәре коллективында эшләнем, 2022 йылдың апрелендә хәрби комиссариатҡа барҙым һәм ирекмәндәр сафына индем, - тип хәтерләй Эдуард Ғизәтуллин. 3 июндә бойороҡ килде, икенсе көндө махсус хәрби операция зонаһына юлландым. Туғандарым менән бәйләнеш бик һирәк булды, хәүефһеҙлек өсөн телефон аша оҙаҡ һөйләшергә ярамай. Ғәҙәттә, шаяртып: «Тере, һаумын, бутҡа бешерәм», - тип әйтә инем. 
Эдуард Ғизәтуллин контракт буйынса хеҙмәтен тамамлап, тыуған хеҙмәт коллективына ҡайта.
- Еңеүҙең беҙҙең яҡта буласағына шигебеҙ юҡ, - ти Ғизәтуллиндар.
Осрашыуға «Рожок» йомғаҡ яһаны:
- Республика үҙенең яугирҙары хаҡында хәстәрлек күрә. Бронежилеттар, фонарҙар, бысаҡтар, кейем-һалым - барыһы ла килтерелә. Беҙ аҡса өсөн түгел, ә Ватан өсөн көрәшәбеҙ.
Акция барышында йыйылған әйберҙәрҙе алғы һыҙыҡҡа сираттағы гуманитар ылау менән «Синдикат» Гуманитар операциялар үҙәге алып бара.

- Был сираттағы ярҙам акцияһы ғына түгел: кейем-һалым, окоп шәмдәре, аҙыҡ-түлек менән бергә балалар йылы хаттар ҙа яҙа, улары, үҙ сиратында, еңеүгә ышанысты арттыра, - тигән фекерҙә сарала ҡатнашыусылар.

Фото ҡала хакимиәтенән.

Кемдер - яуҙа, кемдер - тылда
Кемдер - яуҙа, кемдер - тылда
Кемдер - яуҙа, кемдер - тылда
Кемдер - яуҙа, кемдер - тылда
Автор: Дина Галеева
Читайте нас