«Сударь» позывнойлы яугир 2022 йылдың 25 сентябрендә мобилизациялана. Автобусҡа ултырыр алдынан ул: «Беҙ барыбыҙ ҙа имен-аман буласаҡбыҙ, йортобоҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ», - тип әйтә. Тик алда нимә көткәнен күҙ алдына ла килтерә алмаған шул...
«Сударь» Херсонда хеҙмәт иткән, ә 2025 йылдың мартында уны Константиновка йүнәлешенә күсерәләр. Уҡыу үтеп, ул һәм ике иптәше хәл иткес хәрби заданиеға юллана.
- Хәрби бурысыбыҙҙың маҡсатын аңлаттылар, нимә эшләргә, ҡайҙа һәм нисек хәрәкәт итергә кәрәклек тураһында инструктаж үткәрҙеләр. 15 апрелдә заданиеға юлландыҡ. Беҙ урынлашҡан ерҙән 1,5 - 2 км алыҫлыҡта минометтан ут аса башланылар. Йәшеренер урын табып, элемтәне яйға һалдыҡ. Командир төндө шунда үткәрергә рөхсәт бирҙе, - тип һөйләй «Сударь».
Иртән иртүк яугирҙар маршрут буйынса юлын дауам итә, көн буйына баралар. Һәр аҙымды хәүеф һағалап ҡына тора: һауаны ла контролдә тоторға, аяҡ аҫтына ла ҡарарға кәрәк. Бер нисә тапҡыр уларҙы дошман дрондары һиҙеп ҡала, әммә һөжүмдәре уңышһыҙ була: бер-нисәүһен һауала бәреп төшөрәләр, ҡалғандарынан йәшеренәләр.
- Ошо «ҡош»тоң тап һине эҙләүен аңлауҙан аңлатып бөткөһөҙ тойғолар кисерәһең. Был тауыш ғүмерлеккә иҫтә ҡаласаҡ, - тип уртаҡлаша яугир.
Кискә төркөм нығытылған позицияға барып етә. Яугирҙарға канал аша сығырға, терәк пунктты баҫып алырға һәм урында нығынырға кәрәк була. Беҙҙең яугирҙар канал аша үтеп сыға ала. Туҡтауһыҙ ут аҫтында пулемет нөктәһенең координаталарын тапшыралар - шунда уҡ артиллерия эшләй башлай. Һуңынан асыҡланыуынса, дошман беҙҙең төркөмдәрҙең береһенә ут аса.
Шулай ҙа яугираәр пилотһыҙ осоу аппараттары операторы контроле аҫтында хәрәкәт итеүен дауам итә. Бына хәрби заданиеның киләһе нөктәһе - терәк пункт. Дошман, яҡшы ҡоралланған булыуына ҡарамаҫтан, тар-мар ителә. Әммә нығынып өлгөрмәйҙәр: пункт тулыһынса янып бөтә.
Киләһе терәк пункттың координаталарын алғас, төркөм юлын дауам итә. Уны бер нисә граната ярҙамында алышһыҙ тиерлек ҡулға төшөрәләр. Хәҙер төп маҡсат булып блиндажды мөмкин тиклем хәүефһеҙерәк итеп йыһазландырыу тора. Яугирҙәр периметр буйлап бау һуҙалар, дошман яғына төнгө күҙәтеү камераһын ҡуялар. Уны, әйткәндәй, дрон ярҙамында тапшыралар.
- Көтә башланыҡ. Кискә табан тубығым ныҡ итеп шешеп китте, тубыҡтан түбәнерәк нимәлер сығып тора. Баҡтиһәң, ярсыҡ икән. Ҡыҙыулыҡ менән яраланғанымды ла аңламағанмын, - тип һөйләүен дауам итә «Сударь». Мультитул менән сығарҙылар, эшкәртеп, бәйләп ҡуйҙылар.
Бер нисә көн үтә. Егеттәргә беҙҙекеләрҙән тағы бер төркөм килеп ҡушыла. Ял итеп алғас, артабан юлдарын дауам итәләр. Шулай итеп, яңы схема барлыҡҡа килә: беҙҙекеләр элекке дошман блиндажында урынлаша.
- Яҡында ғына ялған позиция яһаныҡ. Унда беҙ килгән төркөмдәрҙе ҡаршы алабыҙ, һуңынан яйлап блиндажға күсәбеҙ. - Бер ваҡыт төркөмдәрҙең береһендәге яугир атыш ваҡытында ҡулы яраланды. Уға кире сигенергә ҡушыла. Ике иптәшем яралыны алмаштырҙы. Ҡырҡ көндән һуң миңә кире боролорға тигән бойороҡ килде, әммә һауала бер туҡтауһыҙ «ҡоштар»ҙың осоп йөрөүе һәм яралы аяғым арҡаһында сыға алманым. Кире осраҡта, дошман утынан ҡотолоп ҡала алмаясаҡ инем.
Шулай итеп «Сударь» блиндажда яңғыҙы ҡала. Командование менән бәйләнеште рация аша тота, алыштар барышы тураһында көнүҙәк мәғлүмәт ала. Аҙыҡты һәм дарыуҙарҙы уға дрондар ырғыта.
- Ауыртыу бер аҙ баҫылғандан һуң, командирға сығып, кире ҡайтырға рөхсәт алдым, хәрәкәт итә башланым. Ваҡ снаярдтар, миналар һибелгән дүрт-биш километр самаһы үтеп, үҙебеҙҙең күҙәтеү пунктына сыҡтым, егеттәр яҡшы ҡаршы алды. Күҙәтеү пунктынан йөҙ метр алыҫлыҡта 5-10 минуттан һуң мин барған һуҡмаҡҡа туп-тура 120-се миномет килеп төштө. Хоҙай һаҡлағандыр. Ҡатыныма тәүге шылтыратыуымда йүнләп һөйләшә лә алманым: уны экранда күреү менән тамағыма - төйөр, күҙҙәремә йәш килеп тығылды. Бары: «Мин тере. Мин һеҙҙе бик ныҡ яратам», тип көскә әйтә алдым.
Бер аҙна бирелгән ялдан һуң уны полигонға инструктор итеп ебәрәләр. Ике айҙан һуң штурмлау бүлексәһе командиры дәрәжәһендә үҙенекеләр менән хеҙмәтен дауам итә.
Ошо осор эсендә «Сударь» 40 килограмға ябыға.
- Заданиеға 15 апрелдә ингәйнем, 16 июндә сыҡтым. Стресс ваҡытында бер генә лә ашағы килмәй. Ошо ваҡыт эсендә һыуҙың ни тиклем тәмле булыуын, ғаиләмде ныҡ итеп яратыуымды аңланым, - тип уртаҡлаша яугир.
Хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем «Сударь» ҡаланың 14-се мәктәбендә уҡый, 19-сы һөнәри училище тамамлай, «Акрил Салауат» предприятиеһында дистанцион идара итеү пульты операторы булып эшләй. Өйҙә уны туғандары һәм яҡындары, дуҫтары һәм коллегалары еңеү менән көтә.
Фото яугирҙың шәхси архивынан.