газета "Салауат"
-19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Март , 14:50

Награда - геройға

Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Николай Блинов лайыҡ булды.

Награда - геройға
Награда - геройға

Награданы уға ҡала хакимиәтендә үткән ҡала Советының ун туғыҙынсы ултырышы ваҡытында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең административ органдары менән үҙ-ара эш итеү департаменты директоры Владимир Симонов тапшырҙы.

Николай Блинов 2023 йылдың авгусында хәрби хеҙмәткә контрактҡа ҡул ҡуйып, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Штурмлау төркөмө составында хәрби заданиеларҙың  береһен үтәгәндә яугир ут аҫтына эләгә. Уңайлы позицияны биләп, ул дошмандың ике тере көсөн һәм дронды юҡ итә. Заданиены үтәгәндә күп яралар ала һәм хәүефһеҙ зонаға эвакуациялана.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас