Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
7 Март , 17:41

Хәүеф-хәтәр була ҡалһа...

Ҡаланың 18-се мәктәбендә ҡораллы һөжүм ваҡытында нимә эшләргә кәрәклекте өйрәтеүгә йүнәлтелгән күнекмәләр үтте. Был көндө дүрт сценарий ҡаралды: бысаҡ менән үтеп инергә маташыу, ҡораллы кешеләрҙең һөжүме, аманатҡа алыу һәм шикле предмет табыу.

Хәүеф-хәтәр була ҡалһа...
Хәүеф-хәтәр була ҡалһа...

- Күнекмәләр йыл һайын үткәрелһә лә, анализ бер үк хаталарҙың ҡабатланыуын күрһәтә. Шуға күрә уҡыу йорттары етәкселәрен күрһәтмә күнекмәләргә саҡырҙыҡ. Маҡсатыбыҙ -  сценарийҙарҙы ентекле башҡарыу һәм был хаталарҙы реаль шарттарҙа асыҡлау, - тип аңлатты ҡала хакимиәтенең Граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ начальнигы Радик Моратов.
18-се мәктәп уҡытыусылары террорсылар һәм уҡыусылар ролендә сығыш яһаны. Беренсе сценарийҙа, бысаҡ менән үтеп инеүҙә, һаҡсыларҙың һәм персоналдың нисек эш итеүе тикшерелде. Мәктәп биләмәһе бикләнә, балалар кабинеттарҙа ябылырға тейеш, ишек алдына өҫтәмә рәүештә парталар өйөлә, ә телефондар һүндерелгән. Уҡыусылар бүлмәнең иң төпкө мөйөшөндә сүкәйеп ултырырға, рюкзактар менән ҡапланырға тейеш.
Ҡораллы кешеләр үтеп инеү осрағында балалар мәктәпте запас сығыу урындары аша ҡалдыра. Теҙелеү урыны мәктәп биләмәһенән ситтә, ярсыҡтар тейеү хәүефенән алыҫта булырға тейеш. Кинологтар килеп, балалар кире керер алдынан территорияны тикшерә. Төп бурыс - кешеләрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк сығарыу. Шикле предметты тапҡанда ла эш итеү алгоритмы шундай уҡ.
- Хәүеф төймәһе тоҡанғанда кешеләр айырыуса паникаға бирелә. Аныҡ инструкциялар урынына йыш ҡына ҡурҡыу тыуҙырған һүҙҙәр яңғырай. Ниндәй генә хәл килеп тыуғанда ла уҡытыусылар нисек дөрөҫ эш итергә кәрәклекте аңларға тейеш, - тине ведомствонан тыш һаҡ бүлегенең өлкән инспекторы Виктор Сергеев.
Был осраҡтарҙың барыһы ла Мәғариф министрлығының методик тәҡдимдәрендә ентекле яҙылған. Материалдар һәр уҡытыусыла, тәрбиәселә һәм өҫтәмә белем биреү педагогында бар.
- Беҙ ҡағыҙҙа күп нимә белеүебеҙҙе таныйбыҙ, әммә ысынбарлыҡта хәүефле хәлдәр килеп тыуһа, паникаға биреләбеҙ. Беҙҙең бурыс - етәксене эштәрҙе дөрөҫ ойошторорға өйрәтеү. Бындай ваҡытта иң ҡурҡынысы - паника, тап шуның арҡаһында ҡорбандар күп була, - тине һаҡ предприятиеһы вәкиле Руслан Лоҡманов.
Мәғариф идаралығында аңлатыуҙарынса, пилотһыҙ һәм ракета хәүефе янағанда бөтә инструкциялар Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан килә. Мәктәп директорҙары һәм педагогтар командаларға ярашлы эш итә. Уҡытыусылар, үҙ сиратында, атаәсәләргә һәм уҡыусыларға террор һөжүме осрағындағы ғәмәлдәр тураһында мәғлүмәт биреү буйынса ҙур эш алып бара. Даими рәүештә үҙҙәре кластарҙа күнекмәләр үткәрә.


Хәүеф-хәтәр була ҡалһа...
Хәүеф-хәтәр була ҡалһа...
Хәүеф-хәтәр була ҡалһа...
Хәүеф-хәтәр була ҡалһа...
Автор: Дина Галеева
Читайте нас