Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
1 Март , 09:54

Яугир атаһына -миҙал

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың атайҙарына «Ватан һаҡсыһы атаһы» йәмәғәт миҙалдарын тапшырҙылар. Улар араһында Салауаттан Марат Фәттәхов та бар.

Яугир атаһына -миҙал
Яугир атаһына -миҙал

Награданы йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткән, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡан 16 атайға тапшырҙылар. Араларында улдарын юғалтҡандар ҙа бар, шуға ҡарамаҫтан, улар фронтҡа ярҙам итеүен дауам итә.
- Беҙ атайҙарыбыҙ һәм олатайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Улар беҙҙе үҙ өлгөһө менән рухландыра, илһөйәрлек һәм Тыуған илгә һөйөү тойғоларын тәрбиәләй. Был көслө ир-егеттәр, оло юғалтыу кисереүгә ҡарамаҫтан, бирешмәйенсә, улдарының эшен дауам итә - алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам күрһәтеп, Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Хәстәрлек күрһәткәндәре, Ватанға хеҙмәт итергә һәм яҡындарын яҡларға әҙер булған ысын ир-егеттәр тәрбиәләгәндәре өсөн атайҙарыбыҙға рәхмәт, - тине «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһының төбәк бүлексәһе һәм «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы тарафынан булдырылған награданы Салауаттан Марат Фәттәховҡа тапшырҙылар. Уның улы Руслан Фәттәхов 2003 йылдың декабрендә Тыуған илен батырҙарса яҡлап һәләк була.
Руслан Фәттәхов сроклы хеҙмәткә 2001 йылда сыҡырыла, икенсе Чечня кампанияһында ҡатнаша. 2022 йылдың сентябрендә уны махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн мобилизациялайҙар. Көслө рухлы, ҡыйыу һәм ышаныслы яугир хәрби бурыстарын үтәгәндә бер нисә тапҡыр батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә, ул «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы, Рәсәй Оборона министрлығының «Хәрби дуҫлыҡты нығытҡан өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Марат Фәттәховҡа һәм геройҙар тәрбиәләгән бөтә атайҙар алдында баш эйәм! - тине ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин ихтирам һәм рәхмәт белдереп.

Фото «Ватанды һаклаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалынан.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас