Махсус хәрби операция ветераны, Салауат ҡалаһының Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ағзаһы Руслан Хабушев яңы квадроциклын бирһә, көмөш ирекмән Лариса Мурашкина улы менән «Москвич» ғаилә автомобилен оҙатты.
Күптән түгел был изге эшкә Мәләүез районы Нордовка ауылынан Зарима Һәм Алексей Алябьевтар ғаиләһе ҡушылды: улар яугирҙарға «УАЗ» автомобилен тапшырҙы, Мәләүездән Рәфҡәт Айытҡолов үҙенең «Нива»һын ебәрҙе. Миһырбанлы кешеләр билдәләүенсә, машиналар кемгәлер ысын файҙа килтерә ала.
- Яугирҙарға ярҙам итеүебеҙ беренсе йыл ғына түгел. Беҙҙә эшһеҙ торған «УАЗ» автомобиле егеттәргә реаль ярҙам итә ала бит. Махсус хәрби операция беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне: туғандарыбыҙ хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Өс балабыҙ бар. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп ойошторған гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Балаларыбыҙҙа бәләкәйҙән геройҙарыбыҙға ҡарата ихтирам тәрбиәләргә тейешбеҙ, улар һалдаттарҙың илебеҙҙе һаҡлап, көн һайын ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуын белеп үҫһен.Яугирҙар һәр төрлө ярҙамды ҡыуанып, шатланып ҡабул итә. Беҙ - фермерҙар, ҡаҙҙар үрсетәбеҙ. Ҡаҙ йолҡоусы ҡыҙҙар яугирҙарға ҡаҙ итенән аш өсөн йыйылмалар тапшырҙы. Ҡулдан килгәнсә шулай булышабыҙ, - ти Алябьевтар ғаиләһе.