Яңыраҡ «Велес» сауҙа үҙәгендә көмөш ирекмәндәр ҡала хакимиәте ярҙамы менән «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыыҙ» акцияһын ойошторҙо. Һалдаттарыбыҙға посылканы Салауат музыка колледжы уҡытыусылары килтерә. Ә «Йәштәш» йәштәр үҙәге тәрбиәләнеүселәре маскировка селтәрен үрергә ҡушыла. Акцияға көмөш ирекмән Вәсилә Вәлиева ейәнсәре менән килгән. Ул
йәш быуын бындай акцияларҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейеш, тип иҫәпләй. Ҡала халҡы битарафлыҡ күрһәтмәй: яугирҙар өсөн кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек килтерә.
Ҡалала йыш ҡына «Изгелек кәрзине» лә уҙғарыла. Күптән түгел үткән ошондай акцияларҙың береһендә ҡаланың ирекмәндәре йәмғеһе 326 кг аҙыҡ-түлек йыя. Ул мохтаждарға, күп балалы ғаиләләргә, инвалидтарға, яңғыҙ пенсионерҙарға таратыла.
Фото «Көмөш ирекмәндәр»ҙән.