Уҙған аҙнала ҡаланың 17-се мәктәбендә Федераль именлек хеҙмәте вәкиле 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары һәм уҡытыусылар менән осрашыу үткәрҙе. Тәүҙә ул был хеҙмәттең эшмәкәрлеге
нимәнән ғибәрәт булыуы тураһында һөйләне. Һуңынан офицер үҫмерҙәр, йәштәр араһындағы үтә киҫкен һаналған проблемаларға айырым туҡталды.
- Уҡыусылар араһындағы буллинг - мөһим социаль проблема. Күп осраҡта балалар класташының холоҡфиғеленең ҡапыл үҙгәреүен, коллективта уртаҡ тел тапмауын һиҙә, күрә, әммә был хәлгә күҙ йомоп ҡарай, уҡытыусыға ла, өлкәндәргә лә өндәшмәй. Үҫмер үҙенең проблемаһы менән яңғыҙ ҡала, депрессияға бирелә. Буллинг ҡорбаны ярҙамды ситтән, интернеттан эҙләй башлай һәм тап шул мәлдә төрлө деструктив ойошмалар тоҙағына эләгәләр ҙә инде. Шуға тирә-йүндәгеләргә, дуҫиштәрегеҙгә ҡарата иғтибарлы булығыҙ, - тине ул.
Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкиле шулай уҡ интернет киңлектәрендә булдырылған танышлыҡтарҙың аҙағы күңелһеҙ тамамланыуы ихтималлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды:
- Яуыз уйлы әҙәмдәр үҙ ҡорбанын, башлыса, интернетта эҙләй. Улар - бик яҡшы әңгәмәләшсе, кешене психологик яҡтан һәйбәт эшкәртә беләләр. Шуны иҫтән сығарырға ярамай, монитор экраны артындағы татлы теллеләр, һеҙ уйлағанса, бөтөнләй үк миһырбанлы кешеләр түгел, улар - аңдарығыҙҙы томаларға һәм үҙ ҡармаҡтарына эләктерергә һәләтле професссионалдар. Әгәр ҙә аралашҡан ваҡытта ниндәйҙер шик һиҙһәгеҙ, был турала мотлаҡ ата-әсәйегеҙгә,өлкәндәргә әйтегеҙ, әңгәмәләшеүҙе туҡтатығыҙ. Хоҡуҡ һаҡсыһы аҡса эшләү уйы менән янған үҫмерҙәрҙе интернеттағы ҡыҙыҡлы вакансиялар ымһыныдырыуы, шул арҡала үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйыуҙары тураһында ла һөйләне.
Бынан тыш, сит ил структуралары менән аңлы рәүештә хеҙмәттәшлек итеүселәр хаҡында ла бәйән итте:
- Улар аҡса өсөн Тыуған илдәрен дә һатырға әҙер. Әйтәйек, Өфөлә һөйгәнен бүләк менән ҡыуандырыу өсөн ошондай аҙымға барған ун алты йәшлек үҫмер ҡулға алына. Салауат ҡалаһында
һигеҙ кешенән торған төркөм, шул иҫәптә бер ҡыҙ, утыҙ мең һумға кәрәҙле бәйләнеш вышкаларын яндырырға ризалаша. Хәҙер уларҙы етди яза көтә. Бындай миҫалдар бихисап.
Осрашыу аҙағында офицер уҡыусыларҙы алдарына юғары маҡсаттар ҡуйып, үҙ хыялдарына табан ҡыйыу барырға саҡырҙы. Ул уңыштарға еңел байыу йәки шикле сараларҙа ҡатнашыу юлы менән түгел, ә ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ арҡаһында өлгәшелә, тине.
- Еңел аҡса булмай, бушлай сыр ҡапҡанда ғына, - тип йомғаҡланы ул һүҙен.