газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Февраль , 22:00

Ысын мөхәббәткә кәртәләр юҡ

Рәхимовтарҙың яңы ғына бөрөләнгән ғаиләһе баштан уҡ ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һынау тотҡан һәм уны уңышлы үткән. Әлеге яҙмабыҙҙа уларҙың ябайҙан булмаған тарихы тураһында бәйән итмәксебеҙ.

Ысын мөхәббәткә кәртәләр юҡ
Ысын мөхәббәткә кәртәләр юҡ

Салауаттан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Башҡорт» позывнойлы яугир - Марат Рәхимов тураһында 2023 йылда яҙып сыҡҡайныҡ. Ул 2022 йылда үҙ ирке менән Украиналағы неонацизм
менән көрәшергә юллана.
- Махсус хәрби операцияға үҙ теләгем менән туғандаш халыҡҡа ярҙам итеү өсөн юлландым, бер ғәйепһеҙ балалар, тыныс халыҡ йәл ине. 2023 йылдың ноябренән 87-се айырым уҡсылар полкында хеҙмәт итәм. Хәҙер мин - сержант, бүлек командиры. Әле беҙҙең батальон Красноармейскиҙа, быға тиклем Днепропетровск өлкәһе сигенә тиклем барып еткәйнек, шунда яраландым да инде, - тип һөйләй яугир.
Марат әйтеүенсә, алғы һыҙыҡта уларҙы аҙым һайын хәүеф һағалап тора.
- Фронт менән бәйле ваҡиғалар бик күп, һәр ҡайһыһы йөрәгемдә тәрән эҙ ҡалдыра. Шуларҙың береһен булһа ла һеҙгә лә һөйләмәксемен. Беҙ оборонаға алған бинаға ике яҡтан ишек бар. Иптәштәрем ишек төбөндә торҙо, ә мин бер аҙ ял алырға тип ситкәрәк киттем. Бер нисә секунд үттеме-юҡмы, миномет шартлауынан ҡалған ҡыйыҡтағы тишектәрҙең береһе аша көтмәгәндә дошман снаряды килеп төштө һәм иптәштәрем араһында шартланы, бөтә нимә гөрһөлдәне, тирә-яҡ саң, төтөн менән тулды. Иптәштәремдең: «Башҡорт!», «Башҡорт!», тип ҡысҡырыуын ишетәм. Мин күтәрелергә тырыштым, әммә һул аяғымдың уттай яныуын тойҙом һәм шул мәлдә аяғымдың яраланыуын аңланым. Егеттәр зыян күрмәне, ә минең һул аяғым күп ярсыҡ тейеүҙән йәрәхәтләнде. Ҡыҙыулыҡтан тәүҙә ауыртыуҙы бик тоймайһың. Бер тәүлектән һуң мин хәүефһеҙ урында инем, - тип уртаҡлаша «Башҡорт».
Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн яугир «Жуков» миҙалы менән бүләкләнә, Оборона министрлығынан «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Биш тапҡыр яралана - ике контузия һәм өс ярсыҡ яраһы ала.
Шулай ҙа, ауыр алыштарға, мөһим бурыстарға ҡарамай, Марат шәхси тормошон да яйға һалыуға өлгәшә.
Регина, хәҙер инде Марат Рәхимовтың законлы ҡатыны, Ишембай районының Кинйәбулат ауылында тыуып-үҫкән. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына уҡырға инә. 2020 йылға тиклем тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән уҡыта. 2021 йылда ҡыҙ тормошонда көтөлмәгән боролош яһай һәм яңы - хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге өлкәһен үҙләштерә, әле Рәсәй Эске эштәр  министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығында эшләй. Ул Марат менән тәүге осрашыуын айырыуса йылылыҡ менән иҫкә ала.
- Марат менән 2024 йылдың июлендә әхирәтемдең тыуған көнөндә уртаҡ дуҫыбыҙ таныштырҙы. Беренсе осрашыуҙа уҡ бер-беребеҙҙе ғүмер буйы белгәндәй хис иттек. Тәүге көндө үк ул миңә: «Ошо ваҡытҡаса ни эшләп осраманың тормошомда?», - тине. Бынан һуң тағы бер нисә тапҡыр күрештек һәм ул ҡабаттан МХО биләмәһенә юлланды, - ти Регина. Марат бик асыҡ, изге күңелле,
ярҙамсыл һәм намыҫлы кеше, шуның менән ул мине үҙенә арбаны ла инде. Уны осратҡаным өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.
Артабан алыҫ араларҙы бары хәбәрләшеп тороу ғына бәйләй. Әммә был ғашиҡтар араһындағы һөйөү хисен һүндерә алмай.
- Араларҙа алыҫ саҡрымдар ятыуы күңелде өйкәй, әлбиттә. Тик фронтта Тыуған илен һаҡлап көрәшеүсе яугирға яратҡан кешеһе тәүлек әйләнәһенә терәк булырға тейеш, сөнки иң ҡәҙерле: «Тере, иҫән-һаумын» , тигән һүҙҙәрҙе ҡасан ишетереңде белмәйһең. Мараттың иң оҙаҡ бәйләнешкә сыҡмаған осоро 54 көн тәшкил итте... Ул ваҡытта ниҙәр кисергәнемде бер ниндәй һүҙҙәр менән дә аңлатырлыҡ түгел. Тик мин көттөм, һәм, ниһайәт, «Мин тере!» тигән күптән көтөлгән хәбәрҙе ишеттем. Иң мөһиме - ышанырға, өмөтләнергә һәм яратырға, - тип кисергән борсолоуҙары менән уртаҡлаша Регина.
Бына көтөп алынған көн килеп етә - былтыр ғинуарҙа яугир һөйгәненә тәдим яһай, февралдә никах уҡыталар һәм Яңы йыл алдынан, 20 декабрҙә, никахтарын рәсми теркәйҙәр.
- Хәрби ҡатыны булыу бик яуаплы, шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ та. Ҡәҙерлем - минең өсөн ысын герой, - ти Регина.

Әле Марат Рәхимов операциянан һуң реабилитация үтә. Ул үҙенә һәр саҡ ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерә.
- Алғы һыҙыҡта яратҡан кешеләрем тураһындағы уйҙар көс бирә. Өйҙән алыҫта ла Регинаның һөйөүен, терәген тоям. Ул - тоғро тыл, ышаныслы юлдаш, гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Өйҙә һәр ваҡыт йылы мөхит хакимлыҡ итә, тәмле итеп ашарға бешерә. Әлбиттә, минең өсөн һәр ваҡыт борсолған әсәйем, туғандарым - төп таяныстарымдың береһе, - ти яугир.
Үрҙә билдәләнгәнсә, Регина МХО яугирҙарына гуманитар ярҙам әҙерләү менән әүҙем шөғөлләнә:
- Мин үҙем ирекмәндәр ойошмаһында торам. Йәйгеһен Донецкиҙа булдым һәм һуғыш эҙемтәләренең бер өлөшөн күрҙем. Бөтә ҡатындар, әсәйҙәр, атайҙар һәм балалар кеүек, беҙ ҙә тиҙерәк
ерҙә тыныслыҡ урынлашыуын һәм ҡәҙерлеләребеҙҙең тыуған яҡтарына иҫән-һау, Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Бәхетле ғаиләнең тағы бер ҡыуанысы бар: улар бәпес көтә һәм киләсәктә үҙ йорттары тураһында хыялланалар.

Ысын мөхәббәткә кәртәләр юҡ
Ысын мөхәббәткә кәртәләр юҡ
Ысын мөхәббәткә кәртәләр юҡ
Ысын мөхәббәткә кәртәләр юҡ
Ысын мөхәббәткә кәртәләр юҡ
Автор: Дина Галеева
Читайте нас