Рәзим Мөхәмәтғарипов - врач-кардиолог, Салауат ҡала дауаханаһының врач-клиник фармакологы. Өс йыл самаһы элек ул хәрби хеҙмәткә контракт төҙөй һәм шул ваҡыттан алып махсус хәрби операция зонаһында үҙенең һөнәри бурыстарын үтәй.
Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин уға ҡала хакимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы.
Рәзим Мөхәмәтғарипов Салауатта тыуып-үҫкән, ошонда мәктәпте, медицина училищеһын тамамлай. Һуңынан Өфө медицина институтының дипломын ала. Һөнәри эшмәкәрлеген 1976 йылда
башлай, быйыл уның медицина өлкәһендә эшләүенә - 50 йыл. Ошо йылдар эсендә ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы» һәм «Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе отличнигы» исемдәренә лайыҡ була. «Минең тәғәйенләнешем - кешеләргә хеҙмәт итеү», - ти ул.
Уның атаһы Мәғрүф Закир улы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1939 йылда Халхин-Голдағы алыштарҙан башлап, 1945 йылда Берлинға тиклем һуғыш юлдарын үткән. Был тәрбиә Рәзим Мөхәмәтғариповтың үҙенең хеҙмәтенә һәм илгә ҡарата мөнәсәбәтендә сағыла.
- Махсус хәрби операция башланғас, ситтә ҡала алмауымды аңланым. Әммә йәшем арҡаһында мине кире ҡаҡтылар. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла алманы. Аҙаҡ федераль һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенән бәйләнешкә сыҡтылар, шунан һуң, 2023 йылда, Рәсәй Оборона Министрлығы менән хеҙмәт итеү тураһында контракт төҙөнөм, - ти 67 йәшлек ирекмән.
Рәзим Мөхәмәтғариповтың позывнойы «Табип».
- Минең эш урыным - ялан күп профилле госпиталенең ҡабул итеү бүлеге. Запорожье, Херсон, Луганск Халыҡ Республикаһында, Донецкиҙа, Курск госпиталендә өс тапҡыр командировкала булдым, - ти ул.
Әле Рәзим Мөхәмәтғарипов өйҙә ял итә, әммә тиҙҙән ул юлға сыға. Сираттағы командировкаһы - Запорожье өлкәһенә.
- Мин күптән инде етенсе тиҫтәне ҡыуалаған оло йәштәге кеше икәнемде аңлайым. Әммә, маҡсатым - кешеләргә хеҙмәт итеү. Һәр минутты файҙалы үткәрергә тырышам, үҙемдең тәжрибәне йәш табиптарға ла тапшырам, - ти Рәзим Мөхәмәтғарипов. - Тыуған илебеҙ ҡуйған бурыс үтәләсәк! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Зилә СӘЛИМОВА.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.