газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Февраль , 10:34

Йәштәр араһында хәүефһеҙлек

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында ошо арала мөһим осрашыу үтте. Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы вәкиле студенттар һәм уҡытыусылар менән йәштәр араһында экстремизм, терроризм, диверсия, скулшутинг кеүек яман эштәрҙе иҫкәртеү темаһына етди әңгәмә үткәрҙе.

Йәштәр араһында хәүефһеҙлек
Йәштәр араһында хәүефһеҙлек

Осрашыуҙа хәҙерге замандың төрлө хәүефтәре, уларҙың реаль тормошта һәм интернетта нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләнде. Офицер тәртиптәге хәүефле  билдәләрҙе асыҡлау ысулдарын аңлатты һәм, айырыуса шикле хәлдәрҙә,
хоҡуҡ һаҡлау органдары менән нисек бәйләнешкә инергә кәрәклеген асыҡлап бирҙе. Йәш быуын уяу булырға, төрлө кире йоғонтоларға бирешмәҫкә тейеш. Уҡытыусыларға иһә балаларҙың тәртибендәге үҙгәрештәргә иғтибарлы булырға, улар менән социаль селтәрҙәрҙә хәүефһеҙ аралашыуҙың, үҙеңдең һәм тирә-яҡтағыларҙың именлегенә яуаплы ҡараштың мөһимлеген аңлатырға кәрәк.
- Бындай осрашыуҙар студенттарҙың һәм педагогтарҙың хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса белемен арттырырға ярҙам итә, - тип билдәләне офицер осрашыу тамамланғандан һуң. - Беҙҙең балаларҙың именлеге - ул дөйөм яуаплылыҡ, ғаилә,
мәктәп һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының берлектәге эше. Былар барыһы ла уларҙың имен киләсәге өсөн нигеҙ булып тора.
Зилә СӘЛИМОВА.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас