Көн ҡаҙағына балиғ булмағандар араһында енәйәтселекте иҫкәртеү, юлдарҙа хәүефһеҙлек, наркотиктарға ҡаршы көрәш, социаль ярҙам һәм балаларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре сығарылды.
Былтыр Салауатта балалар ҡылған енәйәттәр һаны һиҙелерлек кәмегән. Ошондай биш осраҡ теркәлгән, был уҙған осор менән сағыштырғанда 29-ға кәмерәк. Процент нисбәтендә үҫмерҙәр енәйәтселеге 88 процентҡа түбәнәйгән. Шуныһы
яҡшы, иҫерек килеш йәки наркотиктар йоғонтоһонда башҡарылған енәйәттәр теркәлмәгән (был күрһәткес дүрт йыл инде нулдә тора). Балиғ булмағандар араһында төркөмләп енәйәт ҡылыуҙар юҡ. Енәйәт яуаплылығына тарттырылған үҫмерҙәр һаны алты кешегә кәмегән. Бөтәһе биш үҫмер: өс уҡыусы һәм ике колледж студенты енәйәт яуаплылығына тарттырылған. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, дүрт енәйәт буйынса эш яҡтарҙың ярашыуы арҡаһында туҡтатылған. Насар ғәмәлдәр араһында күберәге - урлашыу, һаулыҡҡа аңлы рәүештә зыян килтереү. Енәйәтселек кәмеүгә ҡарамаҫтан, 2025 йылда административ хоҡуҡ боҙоуҙар һаны артҡан. 103 бала иҫәпкә ҡуйылған (2024 йылға ҡарағанда 12-гә күберәк), хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күбеһе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҫмерҙәрҙе лә, уларҙың ата-әсәләрен дә яуаплылыҡҡа тарттырған. Әйтәйек, 2025 йылда Салауатта балиғ булмағандар ҡатнашлығында 10 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 12 бала зыян күргән. Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан әүҙем профилактик эш алып барылыуға ҡарамаҫтан, балиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары һаны кәмемәй, ә балалар һәм үҫмерҙәр араһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар арта. Балаларҙың йәйәүлеләр үткәүелендә йыш ҡына өлкәндәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүе бигерәк аяныс.
- Беҙ профилактик сараларҙы үткәреүен үткәрәбеҙ, әммә бала юлды, күп осраҡта, ата-әсәһе күрһәткән урындан сығырға тырыша. Шуға күрә иҫкәртеү эше ата-әсәләр һәм уларҙың балалары менән берлектәалып барылырға тейеш, - тине юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Яна Субботина.
Салауатта балиғ булмағандарҙың алкоголь ҡулланыу осраҡтары ла теркәлгән.
-16 йәше тулмаған һәм йәмәғәт урынында иҫерек йөрөгән 11 бала, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре, 16 йәшлек 10 балиғ булмаған бала һәм өс үҫмер административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, - тип һөйләне участка уполномоченныйҙары һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Гөлнур Солтанова.
Былтыр декабрҙә Салауатта 17 балиғ булмаған бала ҡатнашлығында 15 йәмәғәт өсөн хәүефле ғәмәл башҡарылған. Ауыр эҙемтәләргә килтерерлек енәйәттәр ҙә теркәлгән: иҫерек килеш машинаға идара итеү, банк карталары менән мутлашыу.
Ултырышта балаларҙы енәйәт схемаларына дропперҙар сифатында йәлеп итеү проблемаһы ла ҡаралды. Бындай осраҡтар бөтә ил буйлап йышайған. Тағы бер факт шатландыра - 2025 йылда иҫәпкә ҡуйылған имен булмаған ғаиләләр,
ата-әсәлек бурыстарын үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған ата-әсәләр һаны кәмейгән. Ваҡ урлашыу осраҡтары ла теркәлмәгән. 2025 йылда балиғ булмаған балаларға ҡарата башҡарылған енәйәттәр һаны - 62, 2024
йылда ла шундай уҡ һан булған, тик уларҙың төрҙәре үҙгәргән. 70 проценттан ашыу эш судҡа ебәрелгән. Балаларға ҡарата ҡаты мөғәмәләгә бәйле бер осраҡҡа туҡталып китмәй булмай.
- Ике балиғ булмаған баланың әсәһе 2024 йыл дауамында уларға бер нисә тапҡыр тән йәрәхәттәре килтергән. Ир менән ҡатын айырылған була. Балаларҙың атаһы был турала белгәс, Эске эштәр министрлығы бүлегенә мөрәжәғәт итә. Әсәне енәйәт яуаплылығына тарттыралар. Әле балалар аталары менән йәшәй, - тип һөйләне опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Константин Масленников.
Гөлнур Солтанова билдәләүенсә, был осраҡтарҙың барыһы ла иҫкәртеү эшен көсәйтеү кәрәклеген дәлилләй.
- Иң мөһиме, балалар беҙ үткәргән профилактик эштәрҙән, үҙ ҡылыҡтары өсөн үҙҙәренә яуап бирергә кәрәклек тураһында һөйләгән класс етәкселәренән, мәктәп директорҙарынан, балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияларҙан ҡурҡмаһын ине. Ниндәйҙер хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәр итә алһын өсөн балаларҙа өлкәндәргә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына ҡарата ышаныс булдырыу мөһим. Иҫкәртеү сараларының төп маҡсаты- язалау түгел, ә баланы яҡлау. Енәйәттең эҙемтәләре менән осрашмаҫ өсөн, уны иҫкәртеү яҡшыраҡ, - тип йомғаҡ яһаны ул.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотоһы.