Радий Хәбировтың һүҙҙәрендә республиканың үҙаллылығы һәм инициативаһы сағыла. Төбәк үҙенең ҡарарҙарын булдыра, тимәк, ул башҡалар өсөн дә өлгө булырлыҡ, яңы алымдар тәҡдим итә ала. Был, әлбиттә, илдең дөйөм үҫешенә лә йоғонто яһаясаҡ. Беҙҙең республиканың иң яҡшы тәжрибәләрҙе туплау өсөн терәк булыуы, башҡа төбәктәрҙең дә уңышлы эшләүенә булышлыҡ итәсәк. Мөрәжәғәтнамәләге берҙәмлеккә саҡырыу, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу мөмкинлегенә ышаныс бирә. Беҙ,Башҡортостан халҡы, бергәләшеп алдағы бөтә һынауҙарҙы ла еңеп сығып, яуҙағы яҡташтарыбыҙҙы Еңеү менән ҡаршы алырбыҙ, тип ышанабыҙ.
Беҙ яҡшы профессионалдар һәм илһөйәрҙәр тәрбиәләү өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Был – беҙҙең киләсәгебеҙҙең нигеҙе, илебеҙҙең үҫеше һәм тотроҡло үҫешенә юл асҡан төп шарт. Һәр беребеҙ үҙ эшендә намыҫлы, яуаплы һәм һөнәри булырға тейеш, шулай уҡ йәш быуынға дөрөҫ ҡиммәттәрҙе, илһөйәрлек рухын һеңдерергә бурыслыбыҙ. Талантлы һәм илһөйәр кешеләр генә беҙҙең йәмғиәтте алға әйҙәй, яңы үрҙәргә илтә ала. Шуның өсөн белем биреү, тәрбиә, шәхси үҫешкә ҙур иғтибар бүлеп, һәр кемдең мөмкинлектәрен асыу мөһим. Бергәләп тырышып, беҙ илебеҙҙең киләсәген яҡты һәм ышаныслы итә алабыҙ.