Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
3 Февраль , 11:19

Мутлашыусылар ҡорбаны булмаҫ өсөн

Мутлашыусыларҙың «тоҙағы»на йыш ҡына оло йәштәгеләр эләгә. Ялған банк белгестәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары, кәрәҙле бәйләнеш хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа билдәһеҙ номерҙан шылтыратҡан кешеләр менән һөйләшеүҙең аҙағы 60 йәштән өлкәндәр өсөн күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал.

Мутлашыусылар ҡорбаны булмаҫ өсөн
Мутлашыусылар ҡорбаны булмаҫ өсөн

Салауатта полиция хеҙмәткәрҙәре мутлашыуҙы иҫкәртеү буйынса эш алып бара. Күптән түгел улар ҡапланың мәғариф идаралығы менән берлектә пенсионерҙар өсөн профилактик лекция уҙғарҙы. Өлкәндәрҙе бәләнән һаҡлап ҡалыу йәһәтенән полиция хеҙмәткәрҙәре әүҙем эш алып бара. Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайына 60 йәштән өлкән 130-ҙан ашыу граждан йыйылды.
Сара полиция начальнигының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары полиция подполковнигы Евгений Баринов етәкселегендә үтте.
Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре Игорь Селиверстов үҙенең сығышында ҡала халҡының 2025 йылда мутлашыусыларға 104,5 миллион һумдан ашыу аҡса күсереүен әйтте.
Сара барышында дистанцион мутлашыуҙың көнүҙәк схемалары ентекле ҡаралды, шулай уҡ уларҙан һаҡланыуҙың һөҙөмтәле ысулдары тәҡдим ителде. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡала халҡын ябай ғына һаҡлыҡ сараларын күрергә саҡырҙы: билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙарға яуап бирмәҫкә, смс-хәбәргә килгән кодтарҙы бирмәҫкә, аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәп»кә күсермәҫкә, банк картаһы мәғлүмәттәрен хәбәр итмәҫкә, билдәһеҙ кешеләр ебәргән һылтанмалар буйынса үтмәҫкә, уяу булырға һәм алынған мәғлүмәтте ныҡлы тикшерергә.
Әңгәмә аҙағында граждандар хеҙмәткәрҙәргә һорауҙар бирҙе, уларға ентекле яуаптар алды һәм ошондай файҙалы мәғлүмәт биргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото ҡала хакимиәтенән.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас