«Айғыр» махсус отрядында хеҙмәт иткән Варяг позывнойлы Туймазы егете үҙ хеҙмәте үҙенсәлектәре менән бүлеште. Контракт төҙөгәнгә тиклем ул ашнаҡсы һәм иретеп йәбештереүсе булып эшләгән. Егет 2023 йылда, үҙ теләге менән Таһир Күсимов исемендәге отрядҡа ҡушылып, «Башҡортостан» полкы сафына баҫа. Дрондар менән идара итеү нескәлектәрен тәжрибәле инструкторҙарҙан өйрәнгән.
Уның әйтеүенсә, пилотһыҙ осоусы аппараттар разведканан башлап һөжүм итеүгә, штурм төркөмдәрен оҙатыуға тиклем бик күп функциялар үтәй.
«Йыраҡтан эшләйбеҙ, штурмовиктар өсөн юлдарҙы таҙартабыҙ. Артиллерия утын корректировкалау, өҫтән шартлатҡыстар ташлау, дошмандарҙың идара пункттарын эҙләү менән шөғөлләнәм», — тип һөйләне Варяг.
Башҡортостан граждандары пилотһыҙ системалар ғәскәренә 122 телефоны буйынса шылтыратып яҙыла ала.