Үҙәк Ленин урамындағы 25-се йортта урынлашасаҡ. Эштәр барышын ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин үҙе тикшерҙе.
Бында күп кенә эштәр башҡарылған. Әммә йылытыу торбаларын һәм радиаторҙарын алмаштырыуҙа туҡталып ҡалалар - мэрға проблема тураһында «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең административ-хужалыҡ идаралығы начальнигы, «Салауатинвест» йәмғиәте директоры, ҡала Советы депутаты Рөстәм Казаков һөйләне.
- Бина аҫтындағы подвалдың сүпсар менән тулы булыуы эштәрҙе башҡарыуға ҡамасаулай, ә унда беҙ коммуникациялар үткәрергә теләйбеҙ. Ә бында нимәлер башҡарыу хәүефле, - тине ул.
- Өмә ойошторорға кәрәк булыр, - тип тәҡдим итте Марат Зәһиҙуллин.
- Сүп-сар бик күп. Камаз менән сығарырға кәрәк буласаҡ, - тине подряд ойошмаһы вәкиле. - Был урынды сүп-сарҙан таҙартҡас, батареяларҙы һәм радиаторҙарҙы тулыһынса алмаштыра аласаҡбыҙ. Барыһы ла яңы буласаҡ, - тип билдәләне Рөстәм Казаков, ә һуңынан тағы бер проблеманы билдәләне. - Эштәр барышында канализация торбаһының шартлауы асыҡланды. Был йәһәттән дә ярҙам кәрәк булыр.
- Мәсьәләне хәл итербеҙ, - тип хупланы Марат Зәһиҙуллин.
Ремонт барышында үҙәктең тышҡы йөҙө лә яңыртыла. Үҙәккә инеү ҙә уңайлы була - яңы асфальт һалына, пандус менән йыһазландырыла. План буйынса, үҙәк 2026 йылдың яҙына әҙер булырға тейеш. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар, уларҙың яҡындары һәм туғандары бында юридик, социаль, психологик һәм хатта медицина ярҙамы ала аласаҡ.
- Салауатта ошондай үҙәк асыу - геройҙарыбыҙ һәм уларҙың яҡындары хаҡында хәстәрлек күреүебеҙҙе, уларға һүҙ менән генә түгел, ә эш менән дә ярҙам итеүебеҙҙе раҫлай, - тип йомғаҡ яһаны Марат Зәһиҙуллин. - Ә властың һәм эре бизнестың партнерлығы дөйөм социаль яуаплылыҡтың сағыу миҫалы булып тора.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.