Тематик күргәҙмә өс өлөштән тора, улар бер-береһен тулыландырып бара.
«Йөҙҙәр». Был яугирҙарының портреттары. Артур Абдулаев әйтеүенсә, ул яугирҙы формала ғына түгел, ә, тәү сиратта, тарихы, эске көсө, шул уҡ ваҡытта арыған кешене һүрәтләргә ынтыла.
«Образдар». Картиналарҙа емерелгән йорттарҙы һәм халыҡтың кисерештәрен һүрәтләгән абстракт композицияларҙы күрергә мөмкин. Быларҙың барыһы ла - ҡатмарлы ваҡыттарҙы һыҙыҡтар һәм төҫ аша еткерергә тырышыу.
«Артефакттар». Был махсус хәрби операция менән бәйле әйберҙәр: снаряд ярсыҡтары, әҙәбиәт, хәрби форма һәм башҡалар.
Артур Абдулаев Штиглиц исемендәге Санкт-Петербург дәүләт художество-сәнәғәт академияһында эшләй. Ул Үзбәкстанда тыуған, әммә һуңынан ғаиләһе Башҡортостандың Мәләүез ҡалаһына күсеп килә. Унда ул художество мәктәбен тамамлай, һуңынан Өфөнөң 64-се художество-сәнәғәт лицейына (колледжына) уҡырға инә. 2007 йылда Артур Санкт-Петербургты яуларға юллана, станок һәм китап графикаһы кафедраһында уҡый, шунда уҡытырға ҡала.
Артур Абдулаев сәнғәттең төрлө йүнәлештәрендә эшләй: графика, рәсем сәнғәте, инсталляция, каллиграфия, шрифттар. Уның эштәре йыл һайын Петербургтың һәм Рәсәйҙең төрлө майҙансыҡтарында ҡуйыла.
Рәссам әйтеүенсә, махсус хәрби операция башланған мәлдән үк ул ситтә битараф ҡала алмай, шул ваҡытта асыҡ сағылған батырлыҡ, фажиғә, сыҙамлыҡ һәм кешелек тураһында күп фекерҙәр туплай. Ул быларҙы һүрәттәргә күсерергә кәрәклекте тоя.
- Был проекттвң нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләргә теләйем. Хәрби операция башланғас та, беҙ рәссамдар менән йыйылып, профессионалдар булараҡ йәмғиәт өсөн нимә эшләй алабыҙ, тип уйландыҡ. Проекттарыбыҙ күп ине, әммә бөгөнгө көнгә тиклем эшләүен һәм йәшәүен дауам иткән төп проект - ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың портреттары. Рәссамдар, уҡытыусылар, коллегалар ул саҡта уҡ отпускыға ҡайтҡан тәүге егеттәрҙе саҡырып, уларҙы төшөрә башланы, был эшкә студенттарҙы һәм бөтә битараф булмағандарҙы йәлеп итте. Һөҙөмтәлә, ярайһы ғына ҙур фонд тупланыҡ, ул Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙа күргәҙмәләрҙә ҡатнашты, - тип һөйләй Артур Абдулаев. - Башҡортостанда ла ошондай берәй проект булдырырға ҡарар иттек, Юрий Тукмаков менән концепция уйлап таптыҡ.
Юрий Тукмаков - Мәләүез ҡалаһынан маршал Жуков исемендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе, махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар йөк алып барыу менән шөғөлләнә. Яҡташы - рәссам Артур Абдулаев менән ул Кавказдағы бейек тауҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы эҙләү буйынса хәрби-патриотик фестивалендә таныша. Шунда берлектәге проект булдырырға ҡарар итәләр.
- Балалар Ватанды һаҡлаусы геройҙарыбыҙҙы күрһен, белһен, был картиналар быуындан-быуынға тапшырылһын ине, - тине Юрий Тукмаков.
Салауатта ла үҙенең «Толпар» эҙләү отряды бар. Эҙәрмәндәр Ватанды һаҡлағанда һәләк булған яугирҙарҙың хәтерен мәңгеләштереү менән шөғөлләнә, экспедицияларҙа ҡатнаша. «Толпар «Ватан» хәрби-патриотик клубы нигеҙендә ойошторолған һәм Башҡортостандағы Рәсәй Эҙәрмәндәр хәрәкәте составына инә. Уны ҡаланң Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге директоры Илдус Мөсәлимов етәкләй. Ул да күргәҙмәне асыу тантанаһында ҡатнашты һәм уға юғары баһа бирҙе.
- Был күргәҙмә - бик яҡшы эш, тип иҫәпләйем, - тип уртаҡлашты Илдус Мөсәлимов. - Мин Донбасста ла күп тапҡырҙар булдым. Картиналарға ҡарап, күҙ алдыма күргән бөтә нимәләр: емерелгән ҡалалар, ауылдар, тыныс халыҡтың күҙҙәрендәге өмөтһөҙлөк килеп баҫа.
Күргәҙмә (12+) 28 февралгә тиклем эшләй.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотолары.