31 ғинуарҙа көндөҙ Чапаев һәм Богдан Хмельницкий урамдары киҫелешендә ике сит ил машинаһы бәрелешә.
Салауат ҡалаһы Дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, «Киа Пиканто» руле артындағы 42 йәшлек ҡатын «Киа Рио»ға идара иткән 24 йәшлек водителгә юл бирмәгән. Һөҙөмтәлә, «Киа Пиканто»ның водителе һәм ошо машинала булған бала төрлө йәрәхәттәр ала. Икеһе лә ҡала дауаханаһына оҙатылған.
Әлеге ваҡытта Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.
Ошо уҡ көндө кисен Чапаев һәм Төҙөүселәр урамдары киҫелешендә тағы ике сит ил машинаһы бәрелешә.
Салауат Дәүләт автоинспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, 1975 йылғы водитель идара иткән «Митцубиси Паджеро» автомобиле Төньяҡ урамдан Чапаев урамы буйлап Богдан Хмельницкий урамы табан хәрәкәт иткән. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте баҫтырып сығарған видеояҙманан күренеүенсә, ул тыҡрыҡҡа сыҡҡанда һары төҫкә үтә һәм 1968 йылғы водитель идара иткән «Хендай Солярис» автомобиле менән бәрелешә. Ике автомобилсе лә йәрәхәтләнә.
Салауаттар һәм ҡала ҡунаҡтары! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ һәм транспорт саралары руле артында бик иғтибарлы булығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Фото Салауат ҡалаһының Дәүләт автоинспекцияһынан.