Белгород өлкәһе халҡына ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған сарала Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре, «Ҡала көсө» хәрәкәте, «Ышаныс» үҙәгенең көмөш ирекмәндәре һәм «Йәш гвардия»ның урындағы бүлексәһе активистары ҡаланың ҙур сауҙа үҙәктәренең дүрт майҙансығында эшләне.
- Даими утҡа тотолған, хәүеф сигналы яңғыраған Белгород ҡалаһы өсөн Башҡортостан Республикаһы тыныс халыҡҡа һәм Рәсәй Федерацияһының сик буйы ғәскәрҙәренә ярҙам итеү өсөн ҙур гуманитар конвой әҙерләй. Был изге эшкә беҙ ҙә ҡушылдыҡ, кешеләр битараф ҡалманы, - тип һөйләй көмөш ирекмәндәр кураторы, хәҙер Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ҡала штабы етәксеһе Ильвира Анпилогова.
Уның һүҙҙәренсә, сарала 10 йәш һәм 18 көмөш ирекмән берҙәм команда булып эшләгән.
«Изгелек кәрзине» ҡарабойҙай, дөгө, макарон, шәкәр, көнбағыш майы кеүек аҙыҡ-түлек менән тулды. Ирекмәндәр, үҙ сиратында, ҡала хакимиәтенә рәхмәт белдерә:
- Сауҙа үҙәктәрендә ярҙам йыйыу пункттарын үҙ аллы ойоштороу еңелдән булмаҫ мөрәжәғәт итеү үҙ һөҙөмтәһен бирҙе.
- Был кәрзиндәрҙә ябай аҙыҡ-түлек кенә түгел. Был - бөтә ҡаланың ярҙам итергә теләк белдереүе. Ошо акцияла ҡатнашҡан һәр кемдең алдында баш эйәбеҙ, - тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин.