Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Ғинуар , 14:46

Ике дуҫ, бер яҙмыш

Донъяла ниндәй генә хәлдәр булмай. Уларҙың ҡайһы берҙәре кешенең тормошонда хәл иткес роль уйнай. Түбәндә бәйән ителәсәк ваҡиға ла шуға ишара.

Ике дуҫ, бер яҙмыш
Ике дуҫ, бер яҙмыш

Салауаттан Леонтий Герасимов махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырыла.
- Тәүҙә өлкән атыусы булдым, һуңынан пехотаның хәрби машинаһы водителе булып киттем. Бынан тыш, эҙләү төркөмөндә лә эшләйем. Ундағы климат, һауа шарттары шул тиклем ҡатмарлы, ҡайһы бер урындарҙы беҙҙең машиналарҙа үтерлек түгел. Бына шул ваҡытта беҙ һәләк булған яугирҙарҙы эҙләү, уларҙы эвакуациялау менән мәшғүлбеҙ. Былтыр июнь башында ошондай бурысты башҡарырға сыҡтыҡ. Беҙ башҡа командалар эшләгән урындарҙы ҡайтанан ҡараныҡ, иҫке окоптарҙы һәм блиндаждарҙы аҡтарҙыҡ. Тап шул мәлдә иҫ китмәле хәл булды: мин йыл ярым хәбәрһеҙ юғалған тип һаналған иптәшем Рифмирҙы таптым. Уның аяғына жгут һалынғайны. Күрәһең, беренсе яраһын алғандан һуң икенсе снаряд уның өҫтөнә төшкән. Ул метр ярымлыҡ тәрәнлектә ер аҫтында ҡалғайны. Ярай әле янында шәхесен раҫлаусы документтары бар ине. Ул ваҡытта кисергән тойғоларымды бер ниндәй һүҙҙәр менән аңлатырлыҡ түгел. Рифмир Тыуған илен яҡлап батырҙарса һәләк булды. Шуға дуҫымды табып, уны тыуған яғына оҙатыу - изге бурыс, тип һанайым. Уның йәне тыныслыҡ табырға тейеш. Рифмир менән беҙ Әлшәй районының Нефорощанка ауылынанбыҙ. Ул минең бер туған ағайым Артем менән бер класта уҡыны. Һуңынан юлдар айырылды. Икебеҙ ҙә бер-беребеҙҙең махсус хәрби операцияла икәнлегебеҙҙе белдек, әммә осрашҡан, хәбәрләшкән булманы, - тип һөйләй Леонтий.
Ул көндө Леонтий Герасимов Рифмирҙың ҡатыны Альбина Сәйетғәлина менән осраш осрашып, ошо хәлдәр тураһында һөйләне. Осрашыу ҡаланың «Ватанды һаҡлаусылар» фондында үтте.
Альбина йәшәгән ауылға Рифмир ата-әсәһе менән 17 йәшендә күсеп килә, йәшлектәре бергә үтә уларҙың.
- Беҙ Рифмир менән 2021 йылда өйләнештек, улыбыҙ Иҙел тыуҙы. Әммә бәхетле тормошобоҙ оҙаҡ дауам итмәне - уны өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмтәкә саҡырҙылар. Иптәшем вахта ысулы менән ситтә эшләй ине. Ике ай ярым эштә булып, өйгә ҡайтыуына аҙнанан саҡ ҡына ашыу ваҡыт үткәйне, повестка килтерҙеләр. Хеҙмәттән ҡасыу тураһында уйы ла булманы.Туғандарына: «Мин ҡурҡаҡ түгел, мин барам!», - тине. Улыбыҙ ун айлыҡ ҡына булып ҡалды. Хәҙер дүрте тулып килә. Атаһын белмәй ҙә, бары фотоһүрәттәренә ҡарап уның менән һөйләшә, - тип һөйләй яугирҙың ҡатыны Альбина Сәйетғәлина. - Ҡазанда өс ай хәрби әҙерлек үткәндән һуң уны Луганск яғына ебәрҙеләр. Тәүге отпускыһына һигеҙ айҙан һуң ҡайтты. Был беҙҙең иң бәхетле мәлдәр булғандыр. Бынан һуң тағы ике отпускыһы булды. Һуңғы ҡайтҡанында ныҡ итеп пневмония менән ауырыны,үпкәләре зарарланғайны, температураһы ҡырҡҡа етте. Врач та, юлда үлеүе ихтимал, ни эшләп юлға сыға, тине. Тик ирем ҡәтғи рәүештә: «Юҡ. Егеттәрҙе ташламайым. Улай булдыра алмайым» тине. Уколдарҙы иптәштәре юлда эшләп барған. Бына шундай ысын ир-егет, патриот ине ул. Барыһы ла һәйбәт буласаҡ, тип мине һәр ваҡыт тынысландырҙы, яҡшылыҡҡа өмөтөн өҙмәне. Һуңғы отпускыһы 2023 йылдың октябрендә булды. Ә 2024 йылдың апрелендә хәбәрһеҙ юғалған тигән хәбәре килде. Һуңғы тапҡыр уның менән 5 апрелдә һөйләштек. Һеңлемдең тыуған көнө менән шылтыратып ҡотланы, иртәгәһенә хәрби заданиеға барыуын, ике аҙнанан бәйләнешкә сығасағын әйтте, хафаланмаҫҡа ҡушты. Ике аҙна үтте, тынлыҡ. Элек тә бындай хәлдәр булғылағас, тәүҙә бик ҡайғырмаҫҡа, үҙемде тынысландырырға тырыштым. Әммә өмөттәребеҙ аҡланманы... Беҙ йыл ярым билдәһеҙлектә, көн һайын яҡшы хәбәр көтөп йәшәнек. Тәүҙә иҫән генә булһа ярар ине, тип теләһәк, һуңынан, тыуған ер ҡуйынына булһа ла алып ҡайтып ерләй алһаҡ ине ине тип өҙгөләндек. Былтыр йәйен ерләнек. Бының өсөн Леонтийға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, ул булмаһа, һаман да ҡәҙерлебеҙ сит ерҙәрҙә тыныслыҡ тапмай ятыр ине. Был осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көттөм, үҙен күреп, рәхмәт белдергем килде.

Рифмир Батырлыҡ Ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас