- Армияла хеҙмәт иттем, унан ҡайтып эшкә урынлаштым. Һөйгәнем мине армиянан көтөп алды. Өйләнештек, хәҙер ике балабыҙ - улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ бар. Повестка килгәс, уны лайыҡлы ҡабул иттем, сит илгә ҡасып китмәнем. Дөрөҫ, ул ваҡытта ауыр булды, ҡатыным бик ныҡ борсолдо. Улыбыҙ ҙа бәләкәй ине. Әммә Тыуған ил саҡырғас, уның мәнфәғәтен яҡларға кәрәктер, тип иҫәпләйем.
Рөстәм Кәримов мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән.
- Барыбыҙ ҙа берҙәм инек. Ҡайҙа барыуыбыҙҙы белмәһәк тә, еңеү артынан икәнен яҡшы белдек. Иҫемдә, бер ваҡыт бәрелеш линияһында эвакуация төркөмө егеттәре яраланған иптәштәрен сығарыуҙа ярҙам һорап йүгереп килде. Үҙҙәре лә яралы, дошман уларҙы эҙәрләүен дауам итә. Беҙ, һис икеләнмәй, ярҙамға ташландыҡ. Ул саҡта һыуыҡ ине, декабрь айы булғандыр. Яугирҙы эвакуацияланыҡ, ул иҫән ҡалды. Бындай мәлдәр ныҡ иҫтә ҡала, - тип һөйләй Рөстәм. - Хеҙмәттә ал да, ял да булманы. Даими дежур итәбеҙ, аҙ йоҡлайбыҙ, аш ашайбыҙ. Аҙыҡ булмағандан түгел, блиндаждарҙан йыш сығып йөрөмәү, яҡшыраҡ дошманды күҙәтеү, позицияла булыу өсөн. Гуманитар ярҙам күрһәткән ирекмәндәргә, йылы ойоҡбаштар бәйләп ебәргән апай-инәйҙәргә, йылы кофта, футболка ебәргән һәр кемгә ҙур рәхмәт. Улар беҙгә өшөмәҫкә ярҙам итте.
2024 йылда яҡташыбыҙ етди яралала.
- Штурмға китеп барабыҙ, һәр төркөмдә өсәр кеше. Дошманға 200-250 метр ғына ҡалды. Һуҡмаҡ буйлап барғанда юлдағы минаны күреп, ситләтеп үттем, тик үләндәге икенсе минаны күрмәгәнмен. Аҙаҡ госпиталдә ятҡанда бер мина янында мотлаҡ икенсеһе лә буласағы тураһында өйрәткәндәрен иҫемә төшөрҙөм. Шуны белә инем бит инде. Тәүҙә нимә булғанын бөтөнләй аңламаным. Контузия алғанмын, иҫемде юғалтҡанмын. Аяғымды күтәрһәм - ботинка ла, аяҡ табаны ла юҡ. Тиҙ генә жгут һалдым, бөтә әйберҙәремде ырғытып, ағастар яғына шыуышатым, егеттәрҙе саҡырам. Береһе килеп етеп, ныҡ итеп бинт менән бәйләне. Улар беҙҙең подразделениенан булмаһа ла, миңә ярҙамға ашыҡты. Юлда дрондар эҙәрлекләне, эвакуация 8-9 сәғәт дауам итте. Дүртәүләп мине өс-дүрт километр алып барҙылар. Рация буйынса медиктарҙы саҡырҙылар.Яңы көс һәм уңайлы носилкалар менән һуңғы ике-өс километрҙы 15 минутта үттеләр. Аҙаҡ инде ялан госпитале ҡаршыланы, – тип хәтерләй ул көндәрҙе яугир.
Әле Рөстәм Кәримов «Йәш гвардия»ның төбәк бүлексәһе етәксеһе вазифаһын башҡара. Үҙе әйтеүенсә, йәштәрҙе сәйәси һәм ижтимағи тормошҡа йәлеп итергә тырыша.
- Бер кем дә эшһеҙ ултырмаһын, хыялдарын тормошҡа ашырһын. Шул саҡта тыныслыҡ булыр, - ти Рөстәм Кәримов.