Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Декабрь 2025, 10:14

Повестканы көтөп тормаған

Иван Зуев Ҡаҙағстанда тыуған, уға бер йәш булғанда ғаиләһе Салауатҡа күсеп килә. Шуға Иван Салауатты үҙенең тыуған ҡалаһы, тип иҫәпләй, сөнки бында уның бала сағы, йәшлеге үтә. Егет 2-се кадет мәктәбен тамамлай, ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә. Армияла стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

Повестканы көтөп тормаған
Повестканы көтөп тормаған

- 2022 йылда, мобилизация башланғас, повестканы көтөп тормайынса үҙ теләгем менән хәрби комиссариатҡа юлландым. Патриотизм тойғоһо бөтә нимәнән көслөрәк ине. Тәүҙә Пензала хәрби әҙерлек үттек, һуңынан махсус операция биләмәһенә юлландыҡ. Алғы һыҙыҡта үҙебеҙгә окоптар ҡаҙып, блиндаждар төҙөргә тура килде. Ундағы һауа шарттары, гел яуып торған ямғырҙарҙур мәшәҡәттәр тыуҙырҙы, - тип уртаҡлаша Иван Зуев. - Алғы һыҙыҡта һалдаттарҙы хәүеф секунд һайын һағалап тора. Яу яланында хәрби бурыстарҙы үтәргә беҙҙе өйҙә көтөүсе яҡындарыбыҙ көс бирҙе. Етди контузия алдым, уның эҙемтәләре арҡаһында һаулығыма ныҡлы зыян килде. Шул сәбәпле мине хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип таптылар. Бөгөнгө көндә бер генә изге теләгем бар: ерҙә тыныслыҡ урынлашһын һәм бөтә егеттәр ҙә йорттарына иҫән-һау, Еңеү менән ҡайтһын ине.
Үрҙә әйтелгәнсә, Иван һөнәре буйынса ашнаҡсы - кондитер. Әммә ул күптәндән ремонт эштәре менән мауыға һәм был эш менән профессиональ шөғөлләнергә хыяллана. Әле ул тарттырылмалы түшәмдәр етештереү буйынса үҙенең фирмаһын булдырыу менән мәшғүл, социаль селтәрҙәрҙә фирманың төркөмөн дә булдырған, бер аҙ ғына документ эштәре ҡалған.
- Махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡан, минең кеүек ауыр тормош хәлендә ҡалған инвалид егеттәргә эш табыуы айырыуса ҡыйын. Уларҙың барыһы ла ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж. Әле документтарҙы рәсмиләштереү процесын тамамлайым, шунан һуң уларҙы эш урындары менән тәьмин итергә ниәтләйем, - ти маҡсатҡа ынтылышлы егет.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас