Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
1 Декабрь 2025, 14:41

Илде һаҡлау - изге эш

Махсус хәрби операция яугиры Наил Ҡыҙрасов Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән. Вахта ысулы менән эшләгән. Армияла хеҙмәт итә, дүрт тапҡыр контракт төҙөй. Махсус хәрби операция зонаһына ул 2023 йылдың көҙөндә юллана.

Илде һаҡлау - изге эш
Илде һаҡлау - изге эш

- Дуҫтарым, иптәштәрем, класташтарым да унда хеҙмәт иткәс, мин дә ситтә ҡала алманым, сөнки Тыуған илде һаҡлау - изге эш, ир-егеттәр бурысы. Өс ай буйына Түбәнге Новгородта хәрби әҙерлек үттек, ә һуңынан Донецк Халыҡ Республикаһына юлландыҡ. Беҙҙең ғәскәри часть Снежное ҡасабаһында урынлашты. Беҙҙең бурыс - яҡында ғына урынлашҡан бәләкәй ауыл халҡына ярҙам күрһәтеү ине, тыныс граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса оборонаның икенсе һыҙығында торҙоҡ, тәртип һаҡланыҡ, ҡасаба урамдарын патрулләнек. Бынан тыш, урындағы полиция менән әүҙем хеҙмәттәшлек иттек, комендант сәғәте үткәндән һуң тәртип һаҡларға ярҙамлаштыҡ. Төбәктә тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ тәьмин итеү - эшебеҙҙең төп бурысы ине. Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән осорҙа бер тапҡыр ғына отпускыға ҡайттым. Тыуған ил алдындағы бурысымды лайыҡлы үтәгәнмендер, тип уйлайым,- ти яугир.
Динә ҒӘЛИЕВА.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас