Сәфәрҙең тәүге пункты - «Флора» муниципаль бюджет учреждениеһы.
Унда таҙа тракторҙар, йөк тейәүселәр, грейдерҙар һәм төрлө ҡулайламалар менән йыһазландырылған техникаларҡаршы алды. Һәр транспорт сараһы янында водителдәр
тора. «Флора» учреждениеһы директоры урынбаҫары Илдар Заһитов кадрҙар етешмәүенә ҡарамаҫтан, предприятиеның бөтә эштәрҙе башҡарасағына ышандырҙы.
- Әлеге ваҡытта яңы техника килде, уны тулыһынса йыһазландырырға һәм ҡаланы таҙартыу программаһын башларға ниәтләйбеҙ. Беҙҙә 17 берәмек трактор, грейдер һәм КамАЗ бар. Яңы техника - ул ҡар таҙартыу комбайндары, грейдерҙар, ҡар таҙартыу механизмдары. Уларҙың барыһы ла тулыһынса эшкә тотоноласаҡ, тип уйлайбыҙ. Беҙ уларҙың әҙерлеген тикшерәсәкбеҙ. Әлеге ваҡытта 14 кешене эшкә алдыҡ. Хеҙмәткәрҙәр, айырыуса механизаторҙар һәм водителдәр әле лә ҡабул ителә, - тине Илдар Заһитов.
Салауат хакимиәте башлығының иғтибарын техника ғына ҡыҙыҡһындырманы. Марат Зәһиҙуллин имән, йүкә, миләш үҫентеләре ултыртылған питомникты ла ҡараны. Предприятиеға бәләкәй үҫентеләрҙән ҙур ағастар үҫтереү бурысы ҡуйылған. Уларҙың барыһы ла «Флора» территорияһында урынлашҡан һәм ҡышлауға әҙерләнә. Йәш үҫентеләрҙең ергә ни тиклем яҡшы берегеүен яҙ көнө генә күрергә мөмкин. Ә әлегә Салауат мэры ағастарҙың һәм ҡыуаҡтарҙың ҡышлау шарттары менән ҡәнәғәт ҡалды.
Артабан ҡала башлығы «Махсус автохужалыҡ плюс» предприятиеһында булды.
Бындағы бөтә техника ла двигателдәре тоҡандырылған һәм махсус сигналдарыҡабыҙылған килеш әҙер тора.
- Ҡышҡы миҙгелгә һабан-щетка, трактор һәм грейдер техникаһы, көрәкле ҙур бульдозерҙар, ҡар сығарыу өсөн самосвалдар һәм тейәүселәр әҙер, - тине «Махсус автохужалыҡ плюс» участкаһы начальнигы Илмир Багданов.
- Хеҙмәткәрҙәр штаты тулы. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: реагенттар, ҡоро ҡом һәм ҡом-тоҙ ҡатышмаһы өсөн ингредиенттар тулыһынса һатып алынған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн барыһы ла бар. Беҙ бөтә ҡаланы тиерлек, шулай уҡ Юлдаш, Желанный һәм Муса ҡасабаларын таҙартасаҡбыҙ.
- «Флора»ның әҙерлеген ҡараныҡ, унда ун туғыҙ берәмек техника бар. Ышаныслы партнерыбыҙ «Махсус автохужалыҡ плюс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ҡыш көнө ҡала урамдарын таҙартыу өсөн 61 берәмек техника тулыһынса әҙер булыуын күрҙек. Шуға күрә күңелем тыныс, - тине һүҙен йомғаҡлап ҡала башлығы.
Ольга ИСАКОВА фотолары.