Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Октябрь 2025, 21:26

«Мин ситтә ҡала алманым»

Шулай ти Салауат ҡалаһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Рәлиф Әхмәров.

«Мин ситтә ҡала алманым»
«Мин ситтә ҡала алманым»

Рәлиф Әхмәров 1986 йылдың 14 февралендә ҙур, татыу ғаиләлә тыуып-үҫә. Ул өс малай араһында - иң өлкәне. Бала сағы һәм мәктәп йылдары Федоровка районында үтә, ғаиләһе менән унда 1989 йылда күсеп килә. Рәлиф урындағы мәктәптең туғыҙ класын тамамлай, һуңынан Мәләүез механика-технология техникумына уҡырға инә, сәнәғәт ҡорамалдары техник-механигы һөнәрен һайлай. 2006 йылдың майында егет армияға алына, сик буйы ғәскәрҙәренә хеҙмәт итә.
- Башта сержанттар мәктәбендә уҡыныҡ, бер үк ваҡытта элемтәсе эшенә лә өйрәндем. Шул уҡ йылдың көҙөндә контракт төҙөп, хеҙмәттә ҡалырға ҡарар иттем. 2007 йылдың ғинуарында Төньяҡ Кавказға ебәреҙеләр. Башта ябай элемтәсе, һуңынан элемтә начальнигы, разведчик булып хеҙмәт иттем. Йыш ҡына командировкаларға йөрөнөм, контртеррористик операцияларҙа ҡатнаштым, «Контртеррористик операция өсөн» миҙалы менән бүләкләндем, - тип уртаҡлаша Рәлиф Әхмәров. - Алты йылдан һуң, 2012 йылда, хеҙмәтемде ҡалдырып, тыуған яҡтарыма ҡайттым. Бер ни тиклем ваҡыт Яңы Уренгойҙағы объекттарҙы һаҡланым. Буласаҡ ҡатыным менән таныштым, уның менән ғаилә ҡорҙоҡ, ике ҡыҙыбыҙ тыуҙы, әле өлкәненә - 10, кесеһенә дүрт йәш. 2014 йылда Салауат ҡалаһының холоҡ төҙәтеү колонияһына эшкә индем. 2022 йылда хаҡлы ялға сыҡтым.
Махсус хәрби операция башланғас, Рәлиф Әхмәров ситтә ҡала алмай һәм 2024 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, МХО биләмәһенә юлланырға ҡарар итә.
- Мин ситтә ҡала алманым. Күңелем ярҙамға мохтаж булған егеттәребеҙ янына барырға өндәне. Әле махсус хәрби операция зонаһында бер туған ҡустым 2023 йылдан алып контракт буйынса хеҙмәт итә, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, дошманға ҡаршы алыша, - ти Рәлиф Әхмәров. - Яҡындарым, туғандарым һәм дуҫтарым минең ҡарарым тураһында юлға сығыр алдынан ғына белде.
2024 йылдың сентябрендә үҙ аллы Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендәге полкка юлландым. Алдан хәрби әҙерлек тә үтеп торманым, булған тәжрибәмә ышанып, мине шунда уҡ конфликт зонаһына ебәрҙеләр. Үҙемдең полкка килеп еткәс, разведка ротаһына эләктем. Башҡортостандан мобилизациялан егеттәр күп ине. Шул уҡ көндө Бөрйән районынан танышымды осраттым. Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәтемдәге «Раф» позывнойын бында ла ҡалдырҙым. Республика һәм райондарҙан ярҙам даими килеп торҙо, барыһы ла етерлек булды. Кейем, ҡоралдар алғандан һуң алғы һыҙыҡҡа йүнәлдек.
Октябрҙә төркөм менән Селидово районына (Донецк Халыҡ Республикаһы) беренсе заданиеға юлландыҡ, унда ҡала өсөн ҡаты алыштар бара ине. Бурысыбыҙ - штурм отрядтары өсөн иң хәүефһеҙ һуҡмаҡтарҙы табыу һәм билдәләү. Ни бары 12 көн эсендә ҡуйылған бурысты атҡарып сыҡтыҡ. Иң мөһиме, беҙҙең төркөм унан иҫән-һау әйләнеп ҡайтты.
Ҡайтҡас, мине икенсе подразделениеға бүлексә командиры итеп тәғәйенләнеләр. Ул ваҡытта хеҙмәткә яңы егеттәр килгәйне, улар менән Луганск Халыҡ Республикаһындағы полигонда ике аҙна күнекмәләр үткәрҙек. Бер нисә аҙнанан, ноябрь урталарында, төркөмөбөҙҙө Донецк Халыҡ Республикаһына хәрби заданиеға ебәрҙеләр.
26 ноябрҙә беҙҙең бүлексә көслө артиллерия уты аҫтына эләкте, юғалтыуҙар күп булды. Икенсе көндө иртән ҡалған биш яугир маҡсатҡа ирешеү өсөн зонаның иң төпкөлөнә юлланды. Ярты километрҙай ғына ҡалғас, ҡапыл өҫтә дошмандың пилотһыҙ аппараттары өйөрөлә башланы, гранаталар ырғытты. Аяғым күп һанлы яярсыҡтарҙан ҡаты яраланды. Минән бер генә метр самаһы алыҫлыҡта көслө шартлау яңғырағандан һуң уянып киткәндә үҙемдең генә иҫән ҡалыуымды күрҙем. Урман һыҙатында дүрт тәүлек яттым. Һыу юҡ. Йоҡо тоғонда дронға ҡаршы юрған менән йәшеренеп, ярҙам көттөм. Дрондар даими, көнө-төнө осто. Бер ваҡыт рация аша хеҙмәттәшемдең, артиллерияның даими һөжүме арҡаһында, янға килеү мөмкин түгеллеге тураһында хәбәр итеүен ишеттем. Һәр ваҡыт утҡа тоттолар. Әлбиттә, бик ҡурҡыныс булды, тәү сиратта, туғандарым, балаларым тураһында уйландым. Үҙ аллы алға бара алманым - зыян күргән табан хәрәкәт итеү мөмкинлегенән мәхрүм итте, артабан ярҙам көтөп, яҡшылыҡҡа өмөт итергә генә ҡалды.
1 декабрҙең иртәһендә бөтә ерҙе ҡуйы томан уратып алды, был өҫтән күҙәтеү хәүефенән ваҡытлыса арындырып торҙо. Ошо мәлдән файҙаланып,нисек булһа ла, үҙебеҙҙең позициялар яғына юлланырға кәрәк, тигән ҡатмарлы ҡарар ҡабул иттем. Ауыртыныу-һыҙланыуҙарҙы еңеп, әкрен генә өс-дүрт километр алға шыуыштым. Радиобәйләнеш аша үҙемең ҡайҙалығымды хәбәр иттем һәм ярҙам һораным. Иптәштәрем шунда уҡ мине ҡаршы алып, хәүефһеҙ урынға сығарҙы, медицина ярҙамы күрһәтте. Мине ҡотҡарғандары өсөн уларға ҙур рәхмәтлемен. Шунда уҡ дауаханаға оҙаттылар. Ай аҙағына тиклем медицина учреждениеларында булдым, һаулығымды бер аҙ тергеҙҙем һәм элеккесә атларға өйрәнергә тырыштым. Унда инде туғандарым менән телефон аша бәйләнешкә сыға алдым.
29 декабрҙә Новороссийск госпиталенән сығарҙылар һәм реабилитация өсөн отпускыға ҡайтарҙылар. Яңы йылдан алып Башҡортостанда дауаланам. Комиссия үттем, яраланыуым арҡаһында мине хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип таптылар.

Еңеү беҙҙең яҡта булырына ышанам!».

Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр 122 һанына шылтыратып Ситуация үҙәгенә, йәки Салауат ҡалаһының хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итә ала (Адресы: Өфө урамы, 25-се йорт. Тел.: 8 (3476) 35-17-69).

Дилә АБДУЛЛИНА.

«Мин ситтә ҡала алманым»
«Мин ситтә ҡала алманым»
«Мин ситтә ҡала алманым»
Автор: Дина Галеева
Читайте нас