Әсхәт Ғибәтуллин 2023 йылда Оборона министрлығы менән 2023 йылда контракт төҙөй. Башта Ырымбур өлкәһендә хәрби әҙерлек үтәләр, һуңынан уны Луганск Халыҡ Республикаһына ебәрәләр. Хәрби задание үтәгәндә ауыр яралана, һөҙөмтәлә, ике аяғын да юғалта. Һигеҙ айҙы госпиталдәрҙә һәм реабилитация үҙәктәрендә үткәрә. Әммә, бер нимәгә ҡарамай, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға ала, тыуған яғына әйләнеп ҡайтып, тулы тормош менән йәшәүен дауам итә, протездарға баҫырға үҙендә көс таба.
- Ауыр яраланыуым тормошомдо төптән үҙгәртте, сөнки ике аяҡтың да булмауы бик күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы, - тип хәтерләй ул.
Әммә Әсхәт төшөнкөлөккә бирелмәй һәм проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләй башлай.
Мәшғүллек үҙәктәре аша махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт тарафынан тормошҡа ашырылған социаль сараларының береһе - 50 мең һумға тиклем белем биреү социаль сертификаты тапшырыу. Әсхәт Ғибәтуллин Салауатта был ярҙам сараһы менән файҙаланған беренсе кеше була һәм уҡып сыҡҡандан һуң ул ҡул менән идара ителеүсе транспорт сараһына “В” категориялы танытма ала.
- Бер айлыҡ ҡул менән идара ителеүсе машина йөрөтөү курсынан һуң мин ышаныслы рәүештә автомобиль руле артына ултырҙым. Тәүге көндәрҙә еңелдән булманы.Уҡытыусыларымдың һәм яҡындарымдың ярҙамы менән бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алдым, - тип уртаҡлаша Әсхәт Ғибәтуллин.
Һәм, бына ниһайәт, ҡул менән идара итеүгә махсуслаштырылған SWM маркалы шәхси автомобиленең асҡыстары ҡулда! Яугирға уны Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Александр Окатьев тапшырҙы.
- Был машина минең һәм ғаиләм өсөн ысын ярҙам булды. Хәҙер теләгән ергә еңел генә барып етергә мөмкин. Кәләшемде махсус хәрби операциянан ҡайтҡас та, ағымдағы йылдың ғинуарында, осратттым, 6 сентябрҙә өйләнештек, уны яратам, бик бәхетлемен. «Ватанды Һаҡлаусылар» фондына һәм шәхси транспортлы булыу хыялын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән социаль координаторым Кристина Синчуроваға айырым рәхмәт белдерәм. Бындай программала ҡатнашырға ниәт итеүселәргә шуны әйтер инем: ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, алға барығыҙ һәм яҡшылыҡҡа ышанығыҙ. Тормош дауам итә, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Әсхәт Ғибәтуллин.