Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Октябрь 2025, 12:03

Иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеп

Салауат ҡалаһы ҡала округы башлығы Марат Заһиҙуллин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашып, уларҙың мөрәжәғәттәрен тыңланы һәм ярҙам күрһәтеү юлдарын барланы. Осрашыуҙа хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, профилле ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты. Марат Зәһиҙуллин Ватанды һаҡлаусылар дәүләт яғынан ярҙам тойорға тейеш, тип билдәләне.

Иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеп
Иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеп

Максим Федорычевтың уйында - шәхси автосервис асыу.
- Был хаҡта күптән хыялланам, әммә тейешле бина таба алмау арҡаһында проектты бойомға ашырыу тотҡарланып килә. Шуға күрә эшемде башлау өсөн уңайлы майҙансыҡ эҙләүҙә һеҙҙән ярҙам өмөт итәм, - тине ул үҙенең мөрәжәғәтендә.
Марат Заһиҙуллин буш гараждар булыуын билдәләне:
- Беҙҙә файҙаланылмаған гараждар бар, улар һеҙҙең башланғыс өсөн нигеҙ була алыр ине. Объектты бергәләп барып ҡарарға тәҡдим итәм. Беҙ һеҙҙең проектты тормошҡа ашырырға булышлыҡ итергә әҙер.
Ҡала мэры шулай уҡ халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән ярҙам саралары бармы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Светлана Аверина субсидия алырға мөмкин буласағын билдәләне.
Бизнес-план төҙөүгә ҡағылышлы мәсьәләләр өсөн «Минең бизнесым» үҙәгенең Салауат филиалы етәксеһе Ольга Аҙнаева яуаплы.
-Миңә мөрәжәғәт итегеҙ, документтар әҙерләү һәм бизнес-план әҙерләү мәсьәләләре буйынса консультация бирергә әҙермен. Төҙөлгән бизнес-планығыҙ бар икән, килтерегеҙ, төҙәтербеҙ, планды бергәләп өр-яңынан яҙырға ла мөмкин. Кәрәкле документтар исемлеген бирәм, был ябай процедура, - тип билдәләне ул.
Ҡала Советы депутаты, «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Сергей Данилов Максим Федорычевтың ҡустыһы махсус хәрби операцияла һәләк булыуы, ә ағаһы хеҙмәтен дауам итеүе тураһында һөйләне.
Иван Зуев махсус хәрби операцияла контузия алған, хәҙер уның эҙемтәләре эшкә урынлашырға ҡамасаулай. Шуға күрә ул яуҙан ауыр йәрәхәттәр менән ҡайтҡан егеттәрҙе эш менән тәьмин итә алырлыҡ үҙ эшен булдырырға - тарттырылмалы түшәмдәр ҡуйыу буйынса бизнес асырға уйлай.
- Бөтә кәрәкле ҡорамалдарҙы һаҡлар өсөн склад кәрәк. Мин һеҙгә ошо һорау менән мөрәжәғәт итәм, - тине Иван.
Хакимиәт яңы эште башлауҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләне.
Маҡсатҡа ынтылышлы егет үҙәк урамдарҙың береһендә офис өсөн матур, уңайлы бина тапҡан. Әммә Ольга Аҙнаева Иванға «Башҡортостан көньяғы» бизнес-үҙәгендә офисты ҡуртымға льготалы шарттарҙа бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был бина ремонтланған, йыһазландырылған һәм файҙаланыуға әҙер. Иван был вариантты ла ҡарарға ризалашты.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Наил Ҡыҙрасов торлаҡ мәсьәләһен күтәрҙе. Ул 25 йыл дөйөм ятаҡта йәшәй һәм дәүләт тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға торлаҡ алыу өсөн социаль ярҙам саралары ҡаралғанмы-юҡмы икәнлеген белергә теләй.
Белгестәр уға торлаҡ алыуға сиратҡа ҡуйыу шарттарын, бының өсөн ниндәй документтар йыйырға кәрәклекте аңлатты.
Наил Ҡыҙрасов киләсәккә пландары менән уртаҡлашты, тиҙҙән һөйгәне менән ғаилә ҡорасаҡтары тураһында һөйләне.
- Никахҡа ингән осраҡта Наилға социаль ҡуртым килешеүе буйынса муниципаль маневр фондынан ваҡытлыса торлаҡҡа күсергә мөмкинлек буласаҡ. Бында торлаҡҡа сират еткәнсе йәки фатир һатып алғансы йәшәү рөхсәт ителә, - тип билдәләнеләр ҡала хакимиәтендә.
«Хәмзә» позывнойлы яугир махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Ул осрашыуға ниндәйҙер ярҙам кәрәккәндән түгел, ә ҡала башлығы менән осрашып, рәхмәттәрен белдереү өсөн килгән.
- Ҡалабыҙҙа йәшәүсе һәр кешегә, шәхси предприятиеларға, ойошмаларға һәм ҡала хакимиәтенә Ватаныбыҙ һағында торған яугирҙарыбыҙға күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм. Мин һеҙгә, Марат Ғәйнулла улы, Салауат Юлаев башҡорт батальоны байрағының күсермәһен ысын күңелдән бүләк итәм, - тине ул.
«Хәмзә» шулай уҡ ҡалалағы ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне:
- Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына күптән түгел генә тәғәйенләнһәгеҙ ҙә, ҡаланың үҫешенә, төҙөкләндерелеүенә күп көс һалаһығыҙ. Ялға ҡайтҡан ваҡытта ыңғай күренештәрҙе күрәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, еңелдән булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
- Һеҙ алғы һыҙыҡта тораһығыҙ, һәм һеҙгә күпкә ҡатмарлыраҡ. Шуны белегеҙ, Салауат халҡы һеҙгә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, һеҙ беҙгә һәр ваҡыт иҫәп тота алаһығыҙ. Йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн рәхмәт, - тине Марат Зәһиҙуллин.

Иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеп
Иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеп
Иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеп
Иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеп
Иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеп
Автор: Дина Галеева
Читайте нас