Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Октябрь 2025, 19:44

Һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә - Шайморатов ордендары

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауаттан махсус хәрби операцияла һәләк булған Кирилл Филиппов, Рөстәм Кинйәғолов, Алексей Богомолов, Руслан Фәттәхов, Артем Федорычев, Никита Анпилогов һәм Игорь Жуковтың ғаиләләре менән осрашты. Бөтә яугирҙар ҙа Рәсәй президенты указы менән үлгәндән һуң Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнгән. Төбәк етәксеһе һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренең ҡайғыһын ихлас уртаҡлашты, уларға генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.

Һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә - Шайморатов ордендары
Һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә - Шайморатов ордендары

- Егеттәр үҙ ғүмерҙәрен Тыуған ил өсөн бирҙе. Улар - ысын геройҙар. Һәм беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ - улар хаҡындағы хәтерҙе һаҡлау, - тине Радий Хәбиров. -  Беҙ уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштерәсәкбеҙ, һеҙ хәрби бурысын үтәп һәләк булған ысын ир-егеттәрҙе, патриоттарҙы, Ватаныбыҙ һаҡсыларын тәрбиәләгәнһегеҙ. Уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштерербеҙ, һеҙҙең һәм яугирҙарҙың балалары хаҡында хәстәрлек күрербеҙ.

Башҡортостан Башлығы ҡала хакимиәтенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләрен контролдә тоторға ҡушты.
Ата-әсәләр, үҙ сиратында, Радий Хәбировҡа иғтибары һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә шәхсән ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Беҙ улдарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм һеҙгә, Радий Фәрит улы, ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Эштәге етәкселәрҙән, коллективтан, ҡала хакимиәтенән хәстәрлек һиҙелә. Барыһына ла ҙур рәхмәт, - тип билдәләнеләр һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзалары.
Фото Башҡортостан Республикаһы Балшлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә - Шайморатов ордендары
Һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә - Шайморатов ордендары
Һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә - Шайморатов ордендары
Һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә - Шайморатов ордендары
Һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә - Шайморатов ордендары
Һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә - Шайморатов ордендары
Автор: Дина Галеева
Читайте нас