Марат Хәсәнов махсус хәрби операция зонаһына 2023 йылда юллана, Шайморатов исемендәге батальонда штурм ротаһының гранатометсы-пулеметсыһы булып хеҙмәт итә, Бахмуттың көньяғында Клещеевка районында һуғыша. Шул уҡ йылдың авгусында миномет уты ваҡытында аяғына ярсыҡ эләгә. Госпиталдә дауалана, оҙаҡ ваҡыт Башҡортостанда реабилитация үтә. Шуға күрә дауаланыу үткән яугирҙарҙың ниндәй проблемалар менән осрашыуын яҡшы белә.
- Реабилитацияны 2023 йылда яраланыу буйынса үтә башланым. Бер йыл ҡултыҡ таяғында, һуңынан таяҡ менән йөрөнөм. Стәрлетамаҡҡа, Өфөгә барыу өсөн юл хаҡы ҡыйбатҡа төшә. Етмәһә, процедураларҙы миңә көн дә үтергә кәрәк ине, - тине Марат Хәсәнов.
Тап шуға ул ҡала хакимиәте башлығына Салауатта реабилитация үҙәген булдырыу тәҡдимен еткерҙе. Марат Заһиҙуллин әлеге эштең яйлап бойомға ашырылырға тейешлеген, һәм беренсе этап - проектты грант конкурсында ҡатнашыуға әҙерлек булыуын билдәләне.
- Ойошторолған һәр учреждение бик ҙур финанс сығымдарын талап итә. Бюджет өлөшөн иҫәпләмәйенсә, яуап бирә алмайбыҙ. Шуға күрә грант өсөн концепция әҙерләгеҙ, еүгән осраҡта беҙ ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, - тип яуапланы мэр.
Марат Хәсәнов хәрби иптәштәрен онотмай, улар менән бәйләнештә, махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам ебәреү менән шөғөлләнә, «Геройҙар ваҡыты» һәм «Башҡортостан Геройҙары»программаларында ҡатнаша. Әле ул Салауатта Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһын етәкләй. Әле йәмәғәт ойошмаһында 20-гә яҡын ҡатнашыусы иҫәпләнә, был һан даими арта, сөнки яугирҙар ҡайта, айырыуса яраланғандары күп. Дауаланыу һәм реабилитация үткәндән һуң, улар эшкә урынлашыуҙа ауырлыҡтар менән осраша.
- Әгәр беҙҙең бизнесыбыҙ булһа, уларҙы эшкә алыр инек, - тип уртаҡлашты идеяһы менән Марат Хәсәнов.
- Аҡсаны ниндәйә өлкәгә һалырға, ниндәй бизнес менән шөғөлләнергә мөмкин булыуын әйтерҙәй кеше менән осрашырға теләр инек, - тип һүҙгә ҡушылды масус хәрби операция ветераны Николай Блинов.
- Салауат бизнесмендары менән түңәрәк өҫтәл үткәрергә тәҡдим итәм. Бергәләп хәл итеү юлын табырбыҙ, тип уйлайым, - тине мэр.
Ассоциациянан мэрға тағы бер һорау - Салауатта йәмәғәт транспортының яңы маршрутын булдырыу тәҡдиме яңғыраны. Марат Зәһиҙуллин әйтеүенсә, йәмәғәт транспорты проблемаһы уның контролендә һәм бөгөнгө көнгә лә ул актуаль булып ҡала.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса Марат Зәһиҙуллин бөтә мәсьәләләр буйынса ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотолары.