Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Сентябрь 2025, 13:22

Тыуған илде һаҡлау юлында

Махсус хәрби операция зонаһында Кәрим позывнойлы ҡыйыу егет хеҙмәт итә.

Тыуған илде һаҡлау юлында
Тыуған илде һаҡлау юлында

Кәримгә 23 йәш. Кадет мәктәбен, артабан Жуков исемендәге Ҡазан юғары хәрби училищеһын тамамлай.
Егет бала саҡтан спорт менән дуҫ.
- Тәүҙә каратэ менән шөғөлләндем, унан бал бейеүҙәре, йөҙөү. Һигеҙенсе кластан еңел атлетика менән шөғөлләнә башланым. Ихата чемпиондары лигаһында бер тапҡыр еңдем. Миңә велосипед бүләк иттеләр, уны әле лә йөрөтәм, - ти ул.
Өлкән ағаһы Кәримгә үрнәк булып тора. Ул да махсус хәрби операция зонаһында.
«Ағайым минең тормошомда һәр ваҡыт өлгө. Беҙҙең йәш айырмаһы алты йыл. Кадет училищеһына ла, юғары хәрби училищеға ла уның эҙҙәре буйлап уҡырға индем. Кадет мәктәбен алтын миҙалға тамамланым. Мәктәп тормошонда әүҙем булдым, бөтә сараларҙа ҡатнаштым. Кадет мәктәбендә уҡыу бик күп файҙа килтерҙе, ҡоралдан атырға ла өйрәндем. Улар барыһы ла хәрби училищела уҡыуымды еңеләйтте. Спорт та ярҙам итте, сөнки байтаҡ ваҡыт физкультураға бирелә. Училищела еңел атлетика менән шөғөлләнеүҙе дауам иттем, төрлө ярыштарҙа ҡатнаштым. Хәрби триатлон буйынса спорт мастеры кандидаты дәрәжәһенә эйәмен. Юғары хәрби училищеһына уҡырға ингәс тә, Тыуған илде һаҡларға барасағымды аңлай инем. Уҡыуҙы таммалағас, Донецк Халыҡ Республикаһына ебәрҙеләр», - тип уртаҡлаша Кәрим.
Заманса танкты йөрөтөүе ауырмы?
«Техника бик ҡатмарлы кеүек, аҙаҡ барыһын да автоматик рәүештә башҡараһың. Командир булараҡ машинаны тулыһынса белергә хатта уны ремонтлай алырға тейешмен. Экипажда мин танк командиры. Минең бурыстар: танкты һәм экипажды әҙерләү, билдәле урынға барып етеү һәм ябыҡ позициянан дошманды юҡ итеү. Взводта өс танк. Экипаж араһында мөнәсәбәт дуҫтарса, йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәйбеҙ. Бөтә экипажды шәхсән үҙем һайлап алдым. Наводчик-операторға 34, водитель-механикҡа 46 йәш. Танкист ҡыйыу, көслө, аҡыллы булырға тейеш. Экипажды тәүҙә Санкт-Петербург янында уҡыттылар, үҙем белгәндәрҙе лә уларға өйрәтәм. Ҡайһы бер ремонтты үҙебеҙ башҡарабыҙ, әгәр ҡатмарлыраҡ булһа, ремонт батальонына барырға тура килә. Беҙҙең танктар автоматик тейәгес менән йыһазландырылған», – ти Кәрим.
- Һәр эш, һәр көн иҫтәлекле. Юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк. Танкҡа дрон һөжүме - иң хәүефле хәл. Транспорт янып китә, ​​ашығыс рәүештә эвакуацияларға тура килә. FPV-дрондары - һауа оборонаһында яңы үҫешкән йүнәлеш. Был пилотһыҙ авиация системаларының бер төрө. Бында виртуаль ысынбарлыҡ күҙлектәре ҡулланыла. Яңы йүнәлеште һәм заманса ҡатмарлы технологияларҙың айышына төшөнә алырһың тип, взвод командиры итеп тәғәйенләнеләр, - ти Кәрим.
Танкистарҙың яуҙа ла ял минуттары бар. Тылда ашханала туҡланалар, ә яу яланында үҙҙәре бешерә.
Һине еңеү менән көтәбеҙ, Кәрим!
Зәбир Исламов.

Автор:
Читайте нас