газета "Салауат"
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Көнүҙәк
2 Апрель , 16:45

"Туғандарҙың ныҡлы таянысы йәшәүгә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс өҫтәй"

Шулай ти махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәтен үтәүсе"Ағай" позывнойлы яугир.

"Туғандарҙың ныҡлы таянысы йәшәүгә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс өҫтәй"
"Туғандарҙың ныҡлы таянысы йәшәүгә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс өҫтәй"

“Ағай” позывнойлы яугир Ҡаҙағстанда тыуған, шунда мәктәпкә бара. Һигеҙ йәш булғанда ғаиләһе менән Салауатҡа күсеп ҡайталар. Һуңынан - армия, эшкә урынлашыу, ғаилә ҡороу. 2018 йылда тәүге ҡыҙҙары, өс йылдан икенселәре донъяға килә. 2022 йылдың йәйендә фатир һатып алалар, августа өй туйлайҙар. Сентябрҙә башланған өлөшләтә мобилизация йәш ғаиләнең үҙ яйы менән барған тормошон үҙгәртә.

- Йәкшәмбе көн ине, балалыҡ иптәшем килеп, уға повестка килтереүҙәрен әйтте һәм хәрби комиссариатҡа юлланды. 10 минуттан һуң минең фатир ишеген дә шаҡынылар. Ошо көндө ҡыҙым тәүге аҙымдарын эшләгәйне. Дуҫымды артынан ҡыуып еттем. Ә иртәгәһенә иртән башҡа бик күп егеттәр менән сәфәргә ҡуҙғалдыҡ. Бына шулай йылы йортомдо һалҡын, дымлы блиндажға алмаштырырға тура килде, - ти ул.
Хәрби әҙерлекте Пенза ҡалаһында үтәләр, шунда уҡ уларҙы төрлө подразделениеларға бүләләр, “Ағай” артиллерия дивизионына эләгә. Декабрҙә тыл зонаһында хәрби остаздары ҡулы аҫтында тағы тәжрибә туплайҙар, ә һуңынан ваҡытлыса дислокация пунктына оҙаталар.
- Ул мәлдә барыбыҙҙы ла ниндәй тойғолар ялмап алғанын әйтеп аңлатырлыҡ түгел: ҡараңғылыҡ, шомлоҡ, билдәһеҙлек, ҡурҡыу, бөтә яҡтан аталар. Әммә кеше бөтә нимәгә лә күнә. Шулай хәрби көндәр башланды. Салауат егеттәре бик күп ине. Мобилизацияға бергә эләккән дуҫым - орудие командиры, мин - тоҫҡаусы. Әлеге хәлдәр - илебеҙ, ғаиләбеҙ, балаларыбыҙ киләсәге өсөн көрәш. Дошман аяуһыҙ, ҡаты, миһырбанһыҙ. Бында һәр ваҡыт көтөлмәгән ваҡиғаларға, ҡаршы яҡтан берәй нимә осоп килеп төшөүенә әҙер булырға кәрәк. Ғүмерҙең һәр секунды ҡәҙерле. Тик йортта ҡалғандар өсөн нығыраҡ ҡайғыраһың кеүек. Уларға ла еңел түгел. Туғандарҙың ныҡлы таянысы йәшәүгә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс өҫтәй. Атайыбыҙ - хәрби кеше, биш улына бәләкәйҙән Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләне, - тип уртаҡлаша яугир.
“Ағай”ҙан ни өсөн тап ошондай позывной алыуын һорашам.
- Мине мобилизациялауҙарын белгәс, ағайым да хәрби комиссариатҡа юлланды, ул ауыр ваҡыттарҙа терәк булды. Шуға бер икеләнеүһеҙ, уға ихтирам йөҙөнән, “Ағай” булырға ҡарар иттем.
Уның әйтеүенсә, яугирҙар тыуған яҡтан гуманитар ярҙамды даими ала:
- Тылдағы ярҙам булмаһа, күпкә ауырыраҡҡа тура килер ине. Форсаттан файҙаланып, гуманитар ярҙам йыйыуға өлөш индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Ғаиләң янына ялға ҡайтҡанда ваҡыт саба кеүек, ике аҙна бер көндәй уҙып китә. Ҡатыныңдың, ҡыҙҙарыңдың ҡаршыңа йүгереп килеп ҡосаҡлап алыуҙары күңелде йылыта, ҡыйынлыҡтарҙы ваҡытлыса булһа ла онотоп торорға мәжбүр итә. Өйҙә рәхәт, йылы, тик беҙҙе алда бурыстар көтә. Еребеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ ҡайтһын ине, һуғыштан барыһы ла арыны. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - тип һүҙен тамамланы ул.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: