газета "Салауат"
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Көнүҙәк
20 Март , 11:30

Ташҡынға әҙерлек тикшерелде

Әлеге ваҡытта ташҡынға ҡаршы хәл айырым контролдә. Быйыл яҙҙың иртә килеүе ҡарҙың тиҙ иреүенә, йылғаларҙа боҙҙоң китеүенә үҙ төҙәтмәләрен индерә. Республикабыҙҙың ҡайһы ауылдарында йорттарҙы, юлдарҙы, күперҙәрҙе һыу баҫыу осраҡтары теркәлә. Салауат ҡалаһы йыл һайын алдан ташҡынға ҡаршы сараларға әҙерләнә, процесты ҡала властары, хеҙмәттәр, ойошмалар һәм предприятиелар контролдә тота.

Ташҡынға әҙерлек тикшерелде
Ташҡынға әҙерлек тикшерелде

Ленин исемендәге майҙанда ғәҙәттәгесә яҙғы ташҡын ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү өсөн йәлеп ителергә тейешле техника һәм шәхси составты тикшереү смотры үтте. Әҙерлек кимәлен ҡала хакимиәте башлығы Альберт Моталов, уның урынбаҫары Азамат Хәсәнов, Граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ начальнигы Радик Моратов баһаланы.


Бөтәһе тиҫтәләгән техника күргәҙмәгә ҡуйылғайны. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы, авария-ҡотҡарыу отряды, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге, «Газпром газ бүлеү Өфө»нөң Салауат ҡалаһындағы филиалы, АТС Территориаль электр селтәре компанияһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ашығыс медицина ярҙамы станцияһының Салауат ҡалаһы подстанцияһы, «Салават һыу каналы» предприятиеһы, Салауат йылылыҡ селтәрҙәре, «Флора» учреждениеһы, «Башавторанс» филиалы, ғөмүмән, ташҡынға ҡаршы саралар үткәреүгә йәлеп ителгән барлыҡ ойошмалар үҙҙәренең әҙерлеге менән таныштырҙы. Ойошмаларҙа яуаплы кешеләр билдәләнгән, команда тулыһынса тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, техника төҙөк хәлдә, тип хәбәр иттеләр.


- Ташҡын ваҡытында техниканы традицион тикшереү барышында беҙ техниканың төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эшләтеүгә әҙер булыуын, штат составының әҙерлегенә, штат һанының тулыланыуына инанырға тейеш. Күп профилле техника булыуын күрҙек, хәлдәрҙең төрлө төрҙәре өсөн гидравлик күтәргестәр ҙә, күп функциялы авария комплекстары ла бар, барыһы ла эш хәлендә, төҙөк. Ҡала ташҡынды ҡаршы алырға йөҙ процентҡа әҙер тип уйлайым, - тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Альберт Моталов.


36-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу вәкилдәренең әҙерлеге лә йөҙ процент тәшкил итә.
- 36 янғын һүндереү-ҡотҡарыу часында 4 берәмек техника, 3 автоцистерна һәм 1 авто баҫҡыс, шулай уҡ ҡотҡарыу түңәрәктәр һәм жилеттар бар. Хеҙмәткәрҙәр ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуа ҡалһа, нисек эш итергә икәнен яҡшы белә. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең ҡала биләмәһендә һыу баҫыу булманы, ҡайһы бер урындарҙа ғына өлөшләтә ирегән һыуҙар йыйылған осраҡтар теркәлде, йылға үҙәндәренән сыҡманы. Быйыл да барыһы ла һәйбәт булыр тип ышанабыҙ, - ти часть начальнигы Константин Щетинкин.


Граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ начальнигы Радик Моратов билдәләүенсә, ташҡынға ҡаршы күнекмәләр ҙә үткәрелә, унда ташҡын хәүефе янағанда халыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса эш алгоритмдары ҡабатлана.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: