Ике аҙна Пензала әҙерлек үткәс, тәғәйенләнгән урынға юллана. Хеҙмәт иткән ваҡытында ул өс айлыҡ ашнаҡсылар курсын үткән була, шуға күрә юлда уҡ бер нисә ашнаҡсы менән бергә мобилизацияланғандарға аҙыҡ әҙерләп ашата.
«Мин һуғыш кәрәк-яраҡтары, яғыулыҡ-майлау материалдары, аҙыҡ-түлек ташыу менән шөғөлләнеүсе тәьминәт ротаһына эләктем, - тип һөйләй яугир. - Айырыуса тәүге ярты йылда ауыр булды. Беҙҙе, дошмандың дрондарын күрмәһен өсөн, ҡараңғы ваҡытта әҙерләнеләр. Һыу артынан скважиналарға йөрөнөк, унан тәүҙә һынауға алдыҡ. Ашнаҡсылар һигеҙ кеше. 600-800 кешене ашатабыҙ: һурпа, икенсе блюдо, эсемлектәр. Йыш ҡына ярым фабрикаттарҙы һәм әҙер ризыҡтарҙы бешерәбеҙ. Ингредиенттарҙан ярма, макарон, быҡтырылған ит, тауыҡ, балыҡ, йәшелсә, емеш-еләк. Йыш ҡына егеттәрҙән, нимә әҙерләргә, тип һорайым. Минең үҙ машинам бар, йәйгеһен ялға ҡайтҡанда, унда өй әҙерләмәләрен алып барам.
Тәүге дошман бомбаһы беҙ урында төпләнгәндән һуң килеп төштө. Төнгө сәғәт ун икелә мин ҡарауылға баҫтым. Беҙҙән бер километр тирәһе алыҫлыҡта шартлау яңғыраны, уның тулҡынын беҙ ҙә тойҙоҡ. Һуңынан уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаштыҡ. Тағы ла бер бомбаның һыу тултырылған мунсаға эләгеүе һәм шартламауы иҫтә ҡалған, уны саперҙар зарарһыҙландырҙы. Хәҙер пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефләндерә.
Беҙ аҙыҡ әҙерләү менән генә сикләнмәйбеҙ, тулы ҡорал комплекты: бронежилеттар, автоматтар, һуғыш припастары менән тәьмин ителгән яугирҙар. Поста дежур итәбеҙ, штабты, КПП-ны, келәттәрҙе һаҡлайбыҙ. Иртәнсәк, уянғас һәр саҡ, бөгөн һөжүм булмаһа ярар ине, тип уйлайһың. Доға ҡылаһың, унһыҙ мөмкин түгел.
Гуманитар ярҙам күп. Мәләүездән ит килтерҙеләр. Салауаттан килделәр, «Гермес» позывнойлы ирекмән бик күп кәрәкле әйберҙәр алып килде, беҙҙе онотмауҙары ҡыуаныслы.
Яугирҙар бер ғаилә кеүек дуҫ йәшәй. Ялдан һуң беҙ вахтаға килгән кеүек киләбеҙ. Яҡшы яугир - тамағы туҡ яугир. Был хаҡта мин һәр ваҡыт хәтерләйем һәм беҙҙең команда яугирҙарҙы тәмле һәм туҡлыҡлы итеп ашатырға тырыша».
«Мәңгелек ут» мемориаль комплексы эргәһендәге митингыла «Йондоҙ» позывнойлы яугирға «Ватанды һаҡлаусы» миҙалы һәм уҡыусыларҙың хаттары тапшырыла. «Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!» - тиелә ул хатта.
Зәбир Исламов.