газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Көнүҙәк
14 Март , 15:30

Салауат ҡотҡарыусылары Ағиҙел йылғаһында батып барған ҡыҙға ярҙам иткән

Ағиҙел йылғаһы буйында йөрөгән ҡыҙ йоҡа боҙға баҫып һыуға төшөп китә. Бәхеткә, эргәлә уның бәләгә тарыуын күреүсе һәм ярҙамға саҡырған кешеләр була. Бер нисә минуттан Салауат ҡалаһының авария-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарыу операцияһына тотона.

Салауат ҡотҡарыусылары Ағиҙел йылғаһында батып барған ҡыҙға ярҙам иткән
Салауат ҡотҡарыусылары Ағиҙел йылғаһында батып барған ҡыҙға ярҙам иткән

- Ағиҙел йылғаһындағы күперҙән 500 метр түбәнерәк кешенең һыуға төшөүе тураһында 112 хеҙмәтенә сәғәт 13.30 тирәһендә хәбәр итәләр. Параллель рәүештә беҙҙең диспетчер пультына ла шаһиттар ярҙамға саҡырып шылтыратты. Беҙ оператив хеҙмәт машинаһында шунда уҡ урынға юлландыҡ, - тип һөйләй 2-се эҙләү-ҡотҡарыу бүлексәһе начальнигы Сергей Бирюков.


Ваҡиға тураһында хәбәр алғас та, Сергей Бирюков махсус костюм кейеп ала. Костюмдың эсенә һыу инмәй, йылылыҡ изоляцияһы бик яҡшы, һыу өҫтөндә тотоу үҙенсәлеге бар. Килеп хәлде баһалағас, ҡотҡарыу таҡтаһын алып, ул һыуға йүгерә. Ни тиһәң дә, ҡыҙҙы ҡотҡарыу өсөн һәр секунд ҡәҙерле.


Ни өсөн тап үҙе костюмды кейеп, ҡотҡарыу таҡтаһында зыян күреүсегә ташланыуы тураһында һорауға Сергей Бирюков былай яуап бирә:
- Мин ҡул аҫтындағыларҙың арҡаһына йәшеренергә күнекмәгән. Ярҙам итеү, ҡотҡарыу - минең булмышым, мин был өлкәлә 18 йыл. Был ваҡыт эсендә күпме кешегә ярҙам иткәнемде әйтә алмайым: янғын һүндереүсе лә, ҡотҡарыусы ла булып эшләнем. Ошондай ҡышҡы ваҡыттағы бәлә-ҡаза күпселек осраҡта фажиғәле тамамлана. Бәхеткә күрә, был юлы ҡыҙҙы ҡотҡарып ҡала алдыҡ.
Владимир Сумин яр буйында страховкалау өсөн ҡала, башҡа ҡотҡарыусылар машина менән базаға ҡайта. Вячеслав Пискунов Һәм Иван Устимов медиктарҙы ҡаршы ала. Шул уҡ ваҡытта Данил Ғиниәтуллин, Сергей Дорогов һәм Эдик Демидов гараждан «Берег-480» аэрокәмәһен алып сыға, уны һыуға төшөрөп, ваҡиға урынына юлланалар.
- Зыян күреүсене һыуҙан сығарыуға ярҙамға иптәштәрем килеп етте һәм улар менән ҡыҙҙы кәмәлә ярға алып сыҡты. Һуңынан зыян күреүсе дауаханаға оҙатылды, - ти Сергей Бирюков.


Ҡыҙ йылға буйлап йөрөгән була. Йоҡа боҙҙа баҫып йылғаға төшөп китә. Белгестәр иҫәпләүенсә, ул 20 минут самаһы һыуҙа була.
- Бәхеткә, әлегә һыу ағымы көслө түгел. Уның еңел кейемендә булыуы ла ярҙам итә. Әгәр уның өҫтөндә ҡалын, йылы кейем булһа, һыу аҫтына тиҙерәк һөйрәр ине. Боҙ йоҡа, ҡыҙҙы һыуҙан сығарыу үҙе техник шарттарҙы ҡулланыуҙы талап итте, - тип бүлешә ҡотҡарыусы.
Ҡотҡарыу уңышының сере шунда: ҡотҡарыусылар бер нисә йыл инде күнекмәләр ваҡытында һәр аҙымды ҡабатлап тора. Таҡтала йөҙөү, кешене һыуҙан сығарыу алымдары, һауа торошо буйынса йүнәлеш алыу - бөтә нимә иҫәпкә алына. Һөҙөмтәлә ҡотҡарыусылар хис-тойғоларға бирелмәйенсә, барыһын да автоматик рәүештә эшләй. Шулай уҡ операцияның һөҙөмтәлелеге - бөтә команданың берҙәм эш итеүе.


- Ҡотҡарыу - ул хис-тойғоларға иғтибар итмәй, үҙ бурыстарыңды үтәү. Эшебеҙҙе башҡарҙыҡ, Аллаға шөкөр, өлгөрҙөк, кеше ғүмерен ҡотҡарҙыҡ һәм ҡәнәғәт ултырабыҙ. Яңы саҡырыу көтәбеҙ. Был беҙҙең эш, - ти Сергей Бирюков.
Ҡыҙ әлеге ваҡытта медицина учреждениеһында дауалана.
Салауаттар һәм ҡала ҡунаҡтары! Һыу ятҡылыҡтары янында йөрөгәндә ярға яҡын килмәгеҙ. Һауа шарттары арҡаһында боҙ бик нәҙек, һыуға төшөү хәүефе бар. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: