Өлөшләтә мобилизацияға эләккән күптәр кеүек ул да повестканы 2022 йылдың 22 сентяберендә ала. Артабан ике аҙнанан артыҡ Пензала була. Полигонда төрлө ҡоралдарҙан атырға өйрәнәләр. Икенсе төбәктә бөтә кәрәкле ҡорал, бронижелет, хәрби кейем һәм башҡа әйберҙәр менән тәьмин ителгәс, «Потап» тәғәйенләнеш урынына ебәрелә.
- Юл буйындағы ағаслыҡта ҡундыҡ та, КамАЗ-ға тейәлдек. Ҡуҙғалғайныҡ ҡына, шартлау яңғыраны, хатта машина һелкенде. Әлбиттә, яуға яңы ингән кешеләр өсөн был ҡурҡыныс булды», - тип иҫкә ала яугир.
Яҡташыбыҙ туғыҙынсы мотоуҡсылар ротаһының өсөнсө взводына эләгә. Үҙ эшенең профессионалдары булған хеҙмәткәрҙәр инструктаж уҙғара.
- Окоптар ҡаҙҙыҡ, урынлаштыҡ, беҙҙең постарға ҡуйҙылар. Махсус тәғәйенләнештәге эске ғәскәрҙәр тәүге мәлдә ныҡ ярҙам итте. Һуңынан улар халыҡты эвакуацияланы һәм икенсе урынға күсте.
Беҙ урынды алыштырҙыҡ, икенсе районға күстек. Октябрь аҙағынан алып ноябрь уртатыһына тиклем тыныслыҡ булманы. Дошман артиллерия, миномет, танк, вертолет, самолет менән һәр ваҡыт һөжүм итте. Ябай халыҡ йәшәгән биләмәрҙе лә атакаға тотто, сиркәүҙе емерҙе, бер нисә кеше һәләк булды. Күп кешеләрҙе эвакуацияланылар, әммә үҙ йорттарын ҡалдырырға теләмәгәндәр ҙә булды.
Беҙҙең төп бурыс - терәк пунктын обороналау. Гел һаҡта булырға кәрәк, сөнки ҡайҙан нимә килеп төшөрөн белмәйһең. Дрондарҙың тауышы айырылып тора, улар ныҡ геүләй. Бер ваҡыт дрон бик яҡын осоп килде, мин уны дрондарға ҡаршы ҡорал ярҙамында бәреп төшөрҙөм.
Блиндаж тураһында айырым әйтке килә. Ул беҙҙең дөйөм йорт. Әҙер ағас кәртә килтерәләр, шуны төҙөлөштә ҡулланабыҙ. Өҫтән бүрәнәләр һалабыҙ һәм ер менән ҡаплайбыҙ. Бик уңайлы итергә тырышабыҙ. Отпускыға ҡайтҡанда кәрәкле әйберҙәрҙе алып киләбеҙ. Яҡтылыҡ, аҙыҡ әҙерләү өсөн плита, мунса бар. Дежурлыҡтан буш ваҡытта яңы һыҙатта блиндаждар яһайбыҙ.
Оборона һыҙатында мин ике йылдан ашыу. Беҙ ике тапҡыр тылға күнекмәләргә сыҡтыҡ.
Әлеге ваҡытта мин отпускта. Кисә балалар менән ял иттек. Техникумды тамамланым, институтҡа уҡыуҙы дауам итергә ине, - тип бүлешә яугир.
Зәбир Исламов.